Список материалов
ХАВКИН Юлий Ахиллович
ХАВКИН Юлий Ахиллович (11.1. 1931, Харьков ҡ.),биотехнолог. Биол. ф. д-ры (1973), проф. (1989). Ташкент мед. ин-тын тамамлағандан һуң (1954) шунда уҡ эшләй (1957 й. башлап лаб. мөдире). 1964–2000 йй. Биохимия һәм генетика ин-тында: лаб. мөдире, 1988 й. алып баш ғилми хеҙм-р; бер үк ваҡытта 1964–72 йй....
ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы
ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы (7.1. 1941,Чечен-ИнгушАССР-ы Шали а.), инженер-технолог. РФА акад. (2008), БР (1991) һәм ТР (2007) ФА-ның почётлы акад., химия ф. д-ры (1981), проф. (1984). РФ Яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡ. хеҙм-ре (2001), Чечен-Ингуш АССР-ының атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың...
ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы
ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы (7.1.1941,Чечен-Ингуш АССР-ы Шали а. — 2.3.2018, Израиль), инженер-технолог. РФА академигы (2008), БР (1991) һәм ТР (2007) ФА-ның почётлы академигы, химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). РФ Яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Чечен-Ингуш...
ХАЖ
ХАЖ (ғәр. — изге урындарға ғибәҙәт ҡылыу), Мәккә ҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) һәм уның боронғо Ҡәғбә ҡорамына барыу. Исламдағы 5 фарыздың береһе булып тора, Ҡорбан байрамы ваҡытына тура килә. Х. йолалары, мосолман риүәйәте б-са, Мөхәммәт тарафынан 632 й. изге урындарға һуңғы ғибәҙәт ҡылыу ваҡытында билдәләнә....
ХАЖИ АҠҠУСҠАРОВ
ХАЖИ АҠҠУСҠАРОВ, башҡорт ихтилалы (1704—11) етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто. Баш күтәреүселәргә ҡораллы ярҙам күрһәтеү т-да һөйләшеү өсөн 1706 й. йәйендә Алдар м-н бергә Ҡырым ханлығына һәм Төркиәгә илселәр ебәргән. Ихтилал ваҡытында Х.А. башҡорт ханы тип иғлан ителгән. 1708...
ХАЖИЕВ Ризуан Закирхан улы
ХАЖИЕВ Ризуан Закирхан улы (30.9.1939, БАССР-ҙың Мәсетле р-ны Һөләймән а. – 26.10.2013, БР-ҙың Дыуан р-ны Мәсәғүт а., тыуған яғында ерләнгән), журналист, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1987). БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1993). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1992) ағзаһы. БДУ-ны тамамлаған (1969)....
ХАЖИН Вәкил Исмәғил улы
ХАЖИН Вәкил Исмәғил улы (11.7. 1946,БАССР-ҙың Белорет р-ны Бирҙеғол а.), педагог-методист. Пед. ф. канд. (1989).БР-ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм-ре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1970) Мәләүез р-нының...
ХАЖНАМӘ
ХАЖНАМӘ (ғәр.), мосолмандарҙың хаж сәфәрен тасуирлаған сәйәхәтнамә. Юл яҙмаларын, лирик сигенеүҙәрҙе (авторҙың тәьҫораттары һәм уйҙары), ш. уҡ дини китаптарҙан һәм легендаларҙан мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Х. теле өсөн образлылыҡ һәм хислелек хас. Урал-Волга буйы төрки телле әҙәбиәтендә иң тәүге Х.Мортаза-Ғәли...
ХАЖЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы
ХАЖЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, Т и р м ә н т а ш, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р-ны Хажы а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Хажы Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярындағы Тирмәнтау тауында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш...
ХАЗАНКИН Вениамин Григорьевич
ХАЗАНКИН Вениамин Григорьевич (12.5.1950, Белорет ҡ.), педагог. Техник ф. канд. (1980). Р.Г.Хазанкиндың ҡустыһы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй (өлкән ғилми хеҙм-р). 1986 й. алып ӨАИ-ла, 1989 й. — Урал төбәк эксперименталь уҡытыу-ғилми комплексы (Өфө) ректоры. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт...
ХАЗАНКИН Роман Григорьевич
ХАЗАНКИН Роман Григорьевич (3.4.1947, Тяньцзин ҡ., Ҡытай), педагог-методист. БР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (2008), РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1987), БР-ҙың атҡ.уҡытыусыһы (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985). В.Г.Хазанкиндың ағаһы. Магнитогорск пед. ин-тын тамамлаған (1970), 1973 й. алып...
ХАЗАР ҠАҒАНАТЫ
ХАЗАР ҠАҒАНАТЫ, 7 б. уртаһында — 10 б. аҙағында төньяҡта Волга, Дон йй. урта ағымынан һәм Төньяҡ Донец й. үрге ағымынан алып көньяҡта Көньяҡ Кавказға тиклем, көнсығышта Каспий диңгеҙенән алып көнбайышта Ҡара диңгеҙгә һәм Көньяҡ Буг й. түбәнге ағымына тиклем территорияны үҙ эсенә алған дәүләт. Көнбайыш...
ХАЗИЕВ Валерий Семёнович
ХАЗИЕВ Валерий Семёнович (20.10. 1948, Ҡаҙаҡ ССР-ының Ирсу а.), философ. Филос. ф. д-ры (1994), проф. (1995). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2016), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2006). МДУ-ны тамамлағандан һуң (1975) 1977 й. тиклем Фирғәнә политехник ин-тында, 1981 й. алып Днепропетровск...
ХАЗИНАЛАР (археология)
ХАЗИНАЛАР (археология), эш һәм һуғыш ҡоралдары, төрлө көнкүреш әйберҙәре, бронза, тимер, көмөш, алтындан эшләнгән биҙәүестәр йыйылмаһын тәшкил иткән археологик ҡомартҡылар. Башҡортостанда 20-нән ашыу Х. табылған. Иң боронғолары бронза быуатына ҡарай. Башлыса бронза эш һәм һуғыш ҡоралдарынан тора. 19...
ХАЙБРАХМАНОВ Әсләм Хайбрахман улы
ХАЙБРАХМАНОВ Әсләм Хайбрахман улы [6.8.1925, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Нөрәй а. (БР-ҙың Шаран р-ны) — 26.10.2012, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1965). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин-тын...
ХАЙУАНДАР
ХАЙУАНДАР (Animalia), тере организмдар донъяһы. Яҡынса 1,5 млн (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 3—4,5 млн) төрө билдәле. БР-ҙа 17 меңдән ашыу төрө осрай. Х. төҙөлөшө, уларҙың филогенетик бәйләнештәре б-са Х. донъяһы ярым донъяға, типтарға, ярым типтарға һ.б. бүленә. Х. 10-дан алып 33-кә тиклем тибы айырыла....
ХАЙУАНДАР МИГРАЦИЯҺЫ
ХАЙУАНДАР МИГРАЦИЯҺЫ, хайуандарҙың үҫеш циклына йәки йәшәү урындарында тереклек итеү шарттарының үҙгәреүенә бәйле булған күсеүе. Периодик, периодик булмаған һәм онтогенетик Х.м. айырыла. Периодик Х.м. тауҙарҙа имеҙеүселәрҙең, ҡоштарҙың һәм бөжәктәрҙең, һыу (серәкәй ҡарышлауыҡтары) йәки тупраҡ (ҡуңыҙҙар,...
ХАЙУАНДАРҘЫҢ ҺИРӘК ТӨРҘӘРЕ
ХАЙУАНДАРҘЫҢ ҺИРӘК ТӨРҘӘРЕ, юғалыу хәүефе аҫтында булған төрҙәр. Х.һ.т. хужалыҡта ҡулланыуҙан сығарыла, уларҙы аулау һәм үлтереү тыйыла, дәүләт һаҡлауына мохтаж булған төрҙәр Ҡыҙыл китаптарға индерелә. Башҡортостанда хайуандарҙың һирәклеге киңерәк ареалдарҙан ситтә (балабан, бесәнсе ҡомаҡ, быуа тәлмәрйене,...
ХАҠ ЯҺАЛЫШЫ
ХАҠ ЯҺАЛЫШЫ, тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүгә хаҡтар формалашыуы процесы. Үҙәк, йәки дәүләт (тауар етештереү йәки хеҙмәт күрһәтеү сығымдарын иҫәпкә алып хаҡтар дәүләт органдары тарафынан билдәләнә), һәм баҙар (һорау һәм тәҡдимдең үҙ-ара тәьҫир итешеүе процесында формалаша; тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүҙең сикләнгән...
ХАҠАС ТЕЛЕ
ХАҠАС ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Хаҡастарҙың милли теле, Хакасияның дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Тыва Респ. таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 52 меңгә яҡын кеше (2002). Айырыуса һары уйғыр теленә, шор теленә, сулым‑төрки теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм ҡырғыҙ...