Список материалов
ДАВЫДЕНКО Андрей Владимирович
ДАВЫДЕНКО Андрей Владимирович (18.5.1971, Өфө), архитектор. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1999). ӨДНТУ-ны тамамлағандан һуң (1995) “Арх- проект” ЯАЙ архитекторы, 2005 й. алып оҫтахана нач., 2010 й. — ген. директоры. 1995—2000 йй. Өфөләге Үрге Сауҙа майҙанын һәм Каруанһарай бинаһын реконструкциялауҙа ҡатнаша...
ДАВЫДОВ Алексей Михайлович
ДАВЫДОВ Алексей Михайлович (6.8.1946, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Степной ҡсб), агроном. Биол. ф. канд. (1974), а.х. ф. д‑ры (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). БАХИ‑ны тамамлаған (1968). 1975 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү...
ДАВЫДОВ Афанасий Романович
ДАВЫДОВ Афанасий Романович, дәүләт эшмәкәре. Тайный советник, ген.‑майор. 1758—62 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1759—63) Ырымбур губернаторы. 1759 й. ҡаҙаҡтарға Ырымбур губернаһына ирекле инеүҙе тыя, был Ырымбур сик һыҙығындағы хәрби-сәйәси хәлдең ҡатмарлашыуына, Рәсәйҙең сауҙа каруандарын һәм сик буйындағы...
ДАВЫДОВ Виталий Викторович
ДАВЫДОВ Виталий Викторович (12.2.1941, Пенза ҡ.), спортсы. Радиоспорт б-са СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979). Киев политехник ин‑тын тамамлаған (1979). ДОСААФ радиоклубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры Г.В.Нехорошев). Радиоэлемтә б‑са ҡыҫҡа тулҡындарҙа ситтән тороп ярышыуҙа донъя (1974),...
ДАВЫДОВ Гаврила
ДАВЫДОВ Гаврила (яҡынса 1737 й. – 12.7.1774, Ҡазан), Ырымбур губернаһының Бөгөлмә һәм Ставрополь ведомстволарына ҡараған дәүләт крәҫтиәндәренән Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход атаманы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, полковник). Боғорослан биҫтәһенең...
ДАВЫДОВА Эльмира Минһаж ҡыҙы
ДАВЫДОВА Эльмира Минһаж ҡыҙы (1.2.1940, Ҡырғыҙ ССР‑ының Тепе‑Ҡурған а. — 30.7.2018, Өфө), музыка белгесе, музыка эшмәкәре. РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1981). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1962), ӨДСИ‑не (1973) тамамлаған. 1961 й. алып БАССР МС Радио тапшырыу...
ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич
ДАВЫДОВИЧ Михаил Григорьевич (10.10.1956, Өфө), эндокринолог. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2000). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Өфөнөң 19‑сы берләштерелгән балалар дауаханаһында, 1988 й. алып 13‑сө дауаханаһында, 1991 й. — Куйбышев т. юлының Өфө ст. бүлексә дауаханаһында эшләй, 2000 й. —...
ДАЙҘАР
ДАЙҘАР, дахтар, күсмә ҡәбиләләр. Боронғо авторҙарҙың (Геродот, Берос, Полибий, Страбон, Тацит, Птолемей, Арриан, Руф һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. Б.э.т. 7—3 бб. Урта Азияның көнбайыш райондарында йәшәгәндәр, ҙур ҡәбилә берләшмәләренең (массагет, саҡтарҙың һ.б.) бер өлөшөн тәшкил иткәндәр. Д. килеп...
ДАЙСА
ДАЙСА, ыҙанлы, ыҙанланған һәм юридик рәсмиләштерелгән ер биләмәһе; Генераль ыҙанлау берәмеге. 1798 й. 14 авг. “Ырымбур, Һарытау һәм Сембер губерналарында ерҙәрҙе ыҙанлау өсөн юғары власть раҫлаған дөйөм Межалау инструкцияһына өҫтәмә статьялар һәм сенат фекере”нә ярашлы, Ырымбур губернаһында дайсаларҙы...
ДАЛАЛАР
ДАЛАЛАР, кәҫлек ҡыяҡлылары һәм күрәндәре өҫтөнлөк иткән үлән ксерофиттары төркөмдәренән торған үҫемлектәр донъяһы тибы. Башҡортостан Д. үҫемлектәр япмаһы нигеҙен кәҫлек ҡыяҡлылары (бүтәгә, Залесский ҡылғаны, сүл һолобашы һ.б., һылыу ҡылған) тәшкил итә, улар м‑н төрлө Д. үләндәре (башаҡлы юшан, урыҫ...
ДАЛЛАКЯН Карлен Ашотович
ДАЛЛАКЯН Карлен Ашотович (17.4.1958, Баҡы ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1981) Ереван табиптар камиллаштырыу институтында, 1986—93 йй. Ереван урыҫ һәм сит телдәр педагогия институтында эшләй. 1999 й. алып...
ДАЛМАТ УСПЕНИЕ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ
ДАЛМАТ УСПЕНИЕ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ, Урал аръяғындағы тәүге монастырь (3‑сө класлы). 1644 й. Тинес й. (Исәт й. ҡушылдығы) тамағында Төмән өйәҙе (ҡара: Исәт провинцияһы) башҡорттары ерҙәрендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Төмән мырҙаһы Илегәйҙән ҡуртымға алынған ерҙәрҙә нигеҙләнгән. Нигеҙ һалыусыһы — Далмат...
ДАЛЬ Владимир Иванович
ДАЛЬ Владимир Иванович (10.11.1801, Новороссийск губ. Лугань а. — 22.9.1872, Мәскәү), урыҫ яҙыусыһы, лексикограф, этнограф. Император С.‑Петербург ФА‑ның тәбиғәт ф. бүлеге б‑са мөхбир ағзаһы (1838), урыҫ теле һәм әҙәбиәте бүлеге б‑са почётлы ағза (1863). Действительный статский советник (1858). Дворяндарҙан....
ДАМИНДАРОВА Фәниә Вәли ҡыҙы
ДАМИНДАРОВА Фәниә Вәли ҡыҙы (22.3.1949, БАССР‑ҙың Учалы районы Мишкә а.), философ. Философия фәндәре докторы (2011), профессор (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2019). БДУ‑ны (1972), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1988) тамамлаған. 1966 й. алып Наурыҙ урта мәктәбендә эшләй, 1975 й. —...
ДАН ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ
ДАН ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ. Дан ордены СССР ЮС‑ы Президиумының 1943 й. 8 нояб. указы м‑н РККА хәрбиҙәренең — рядовой һәм сержант составын, авиацияла ш. уҡ кесе лейтенанттарҙы бүләкләү өсөн булдырыла. 3 дәрәжәһе була (иң юғарыһы — 1‑се дәрәжә), бүләкләү дәрәжәләрҙең арта барыуы б‑са башҡарыла. 1943—91 йй....
ДАН ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ
ДАН ОРДЕНЫНЫҢ ТУЛЫ КАВАЛЕРҘАРЫ. Дан ордены СССР ЮС‑ы Президиумының 1943 й. 8 нояб. указы м‑н РККА хәрбиҙәренең — рядовой һәм сержант составын, авиацияла ш. уҡ кесе лейтенанттарҙы бүләкләү өсөн булдырыла. 3 дәрәжәһе була (иң юғарыһы — 1‑се дәрәжә), бүләкләү дәрәжәләрҙең арта барыуы б‑са башҡарыла. 1943—91 йй....
ДАНИЛКО Елена Сергеевна
ДАНИЛКО Елена Сергеевна (31.5.1970, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Баҡса а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1992 й. алып ТТӘИ‑лә, 1993 й. — Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй. 2002 й. башлап РФА‑ның Этнология һәм антропология ин‑тында (Мәскәү): 2007 й. алып төп ғилми хеҙм‑р,...
ДАНИЛОВ-ЧАЛДУН Максим Николаевич
ДАНИЛОВ-ЧАЛДУН Максим Николаевич [18.1.1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Уҫылыбаш а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) – 2.3.1944, Кувшиновка ҡ.], яҙыусы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Томск совет‑партия мәктәбен (1921), ВКП(б) ҮК эргәһендәге партия хеҙм‑ре курстарын (Мәскәү, 1926)...
ДАНИЛОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл
ДАНИЛОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 62 км һәм Салауат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 275 кеше; 1920 – 369; 1939 – 348; 1959 – 140; 1989 – 373; 2002 – 384; 2010 — 420 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...
ДАРВИН, Туймазы р‑нындағы ауыл
ДАРВИН, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 135 кеше; 1959 — 176; 1989 — 136; 2002 — 104; 2010 — 138 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).
Ауылға 1927 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Дүртөйлө а. (хәҙ. Шаран...