Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВАБА

ВАБА (гр. cholera), кешенең үтә хәүефле инфекциялар төркөмөнә ҡараған киҫкен инфекцион ауырыуы. В. тыуҙырыусы — Vibrio choleraе бактерияһы, киптереүгә, ҡайнатыуға, дезинфекция саралары тәьҫиренә һиҙгер. Ауырыу барышы ауырлығының 4 клиник дәрәжәһе бар, вибрион йөрөтөүсәнлек булыуы ихтимал. В. тыуҙырыусы...

ВАЛЕОЛОГИЯ

ВАЛЕОЛОГИЯ (лат. valeo — сәләмәт булыу һәм ...логия), кеше һаулығы һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырған факторҙар т‑дағы фән. Йәш б‑са, мед., пед., һөнәри, соц., экологик һ.б. төрҙәргә бүленә. Мөхиттең үҙгәреүсән шарттарына ҡарата организмдың сыҙамлылығын арттырыу өсөн уның резервтарын өйрәнә. Биология,...

ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна

ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна (12.3.1959, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), ультратауыш диагностикаһы табибы. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (1990 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ВАСКУЛИТ

ВАСКУЛИТ (лат. vasculum — тамыр), ваҡ ҡан тамырҙарының көбө шешеү. Тәрән һәм өҫкө В. айырыла. В. барлыҡҡа килеүгә инфекцион ауырыуҙар, дарыу препараттарына үтә ныҡ һиҙгерлек, нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, аҙыҡ м‑н ағыуланыу, травма һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары:...

ВАФИН Альберт Закир улы

ВАФИН Альберт Закир улы (6.7.1937, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шәрип а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. табибы (1996). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1964 й. тиклем Баймаҡ р-нының Түбә участка дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып Ставрополь мед. акад. уҡыта (1990—2011 йй. госпиталь...

ВӘЛИЕВА Зөмәрәт Таһир ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Зөмәрәт Таһир ҡыҙы [15.3. 1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 29.1.1998, Өфө], физиолог. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БДМИ‑ны тамамлаған (1944), 1948 й. алып — шунда уҡ (1973—81 йй. нормаль физиол. каф. мөдире), 1987 й. башлап Башҡ‑н мед. профилактикаһы...

ВӘЛИЕВА Лилиә Әнүәр ҡыҙы

ВӘЛИЕВА Лилиә Әнүәр ҡыҙы (26.5. 1952, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ- Миәкә а.), фармаколог. Мед. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1975), 1976 й. алып — ӨМЭПБ мед.‑санитария бүлегенең 13‑сө дауаханаһында, 1978 й. башлап БДМУ‑ла эшләй: 1988—94 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2003 й. — 2‑се фармакол....

ВИБРАЦИЯ АУЫРЫУЫ

ВИБРАЦИЯ АУЫРЫУЫ, организмға оҙайлы вибрация тәьҫире арҡаһында барлыҡҡа килгән һөнәри ауырыу. Шулай уҡ тауыш, һалҡын тейеү, ныҡ арыу, эш урынында кәүҙәне дөрөҫ тотмау, индивидуаль һиҙгерлек һ.б. В.а. килтереүе мөмкин. Башлыса авиация, машиналар эшләү, тау сәнәғәте һәм а.х. тармаҡтары эшселәрендә осрай...

ВИКТОРОВ Виталий Васильевич

ВИКТОРОВ Виталий Васильевич (11.7.1960, БАССР-ҙың Миәкә р-ны Һыуыҡҡул‑Михайловка а.), анестезиолог- реаниматолог. Мед. ф. д-ры (2002), проф. (2003). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (2002) атҡ. табибы. БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1987) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй, 1991 й. алып 2‑се Респ. клиник...

ВИКТОРОВА Татьяна Викторовна

ВИКТОРОВА Татьяна Викторовна (20.7.1962, Өфө), педиатр, генетик. Мед. ф. д‑ры (2002), проф. (2005). БДМИ‑ны тамамлаған (1985). 1988 й. алып Биохимия һәм генетика ин‑тында эшләй: 1999 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — лаб. мөдире, 2011 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 2003 й. алып БДМУ‑ның...

ВИРУСОЛОГИЯ

ВИРУСОЛОГИЯ (вирустар һәм... логия), кеше, хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, иң ябайҙар һәм бәшмәктәр вирустарын өйрәнеүсе фән. Дөйөм В. вирустарҙың тәбиғәтен, төҙөлөшөн, үрсеүен, биохимияһын, генетикаһын өйрәнә; мед., ветеринария һәм а.х. В. патоген вирустарҙы, уларҙың инфекцион үҙенсәлектәрен тикшерә,...

ВИТАМИНДАР ЕТЕШМӘҮЕ

ВИТАМИНДАР ЕТЕШМӘҮЕ, организмда витаминдарҙың етерлек булмауы йәки уларҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыу. Гиповитаминозға (витамин етешмәү) һәм авитаминозға (витаминдарҙың бөтөнләй булмауы) айырып йөрөтөлә. Кешелә В.е. Көсөргәнешле физик эш йәки аҡыл хеҙмәте башҡарғанда,...

ВИТАМИНОЛОГИЯ

ВИТАМИНОЛОГИЯ (витаминдар һәм ...логия), туҡланыу гигиенаһы, биохимия, фармакология һ.б. мед.- биол. фәндәре бүлеге, витаминдарҙың төҙөлөшөн һәм тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнә, ауырыуҙы дауалау һәм иҫкәртеү маҡсатында уларҙы ҡулланыу ысулдарын эшләй. Башҡортостанда В. өлкәһендәге тәүге тикшеренеүҙәрҙе...

ВЛАСОВА Наталья Александровна

ВЛАСОВА Наталья Александровна (10.7.1956, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2008), проф. (2010). БР- ҙың атҡ. һаулыҡһаҡлау хеҙм-ре (2012). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1983 й. тиклем Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гастроэнтерология, липидология,...

ВОЛЕВАЧ Лариса Васильевна

ВОЛЕВАЧ Лариса Васильевна (10.6. 1967, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2011). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1990) 1994 й. тиклем Өфөнөң 38‑се поликлиникаһында эшләй. 1999 й. алып БДМУ‑ла (2008 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тының поликлиника мед....

ВОРОБЬЁВ Николай Фёдорович

ВОРОБЬЁВ Николай Фёдорович (2.8.1904, Владимир губ. Иваново-Вознесенск ҡ. — 21.3.1976, Өфө), невролог. Мед. ф. канд. (1941). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1930) Силәбе...

ВОРОШИЛОВА Наталия Николаевна

ВОРОШИЛОВА Наталия Николаевна (4.8.1946, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (2000). СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1985), БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында (Өфө) эшләй: 1978 й. алып лаб. мөдире,...

ВЫРУПАЕВ Сергей Викторович

ВЫРУПАЕВ Сергей Викторович (27.9.1946, Свердловск өлкәһе Баранчинский ҡсб — 1.9.2018, Өфө ҡ.), хирург. Медицина фәндәре докторы (2005). Свердловск медицина институтын тамамлағандан һуң (1971) Республика клиник дауаханаһында, 1972 й. алып Әшә, Свердловск, Өфө ҡҡ. дауаханаларында эшләй. 1978 й. башлап...

ВЫЯСНОВСКИЙ Андрей Юлианович

ВЫЯСНОВСКИЙ Андрей Юлианович (1.12.1898, Подольск губ. Антоновка а. — 1970, Одесса ҡ.), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1939), проф. (1940). Киев мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1926) Киевта, 1928 й. башлап Ташкент, Харьков, Мәскәү, Пермь, Курск ҡҡ. психиатрия дауаханаларында һәм ҒТИ‑ларында эшләй. 1938 й. алып...