Список материалов
НАРКОМАНИЯ
НАРКОМАНИЯ (гр. narkē — ҡатып ҡалыу, ойоу һәм mania — аҡылһыҙлыҡ, көслө дәрт), наркотик ҡулланыуға тыйып торғоһоҙ теләк м‑н бәйле хроник ауырыуҙар төркөмө. Опий, каннабиоид (нәшә), кокаин, седатив, йоҡо дарыуҙарын, галлюциногендарҙы саманан артыҡ ҡулланыу һ.б. Н. төрҙәрен айыралар. Булышлыҡ итеүсе факторҙар:...
НӘҪЕЛ АУЫРЫУҘАРЫ
НӘҪЕЛ АУЫРЫУҘАРЫ, г е н е т и к а у ы р ы у ҙ а р, күҙәнәктәрҙең генетик материалы (хромосома, гендар һәм геном мутациялары) үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм нәҫелгә күсә торған патологик хәлдәр. Тәбиғәттең физик (радиация), биологик (вирустар) һәм химик (пестицидтар, гербицидтар, ҡайһы бер...
НЕВРОЗДАР
НЕВРОЗДАР (невр... һүҙенән), н е в р о т и к ҡ а ҡ ш а у, үҙенсәлекле эмоциональ‑аффектив һәм соматик-вегетатив билдәләр аша беленгән психоген нервы‑психик боҙолоштар. Нервы системаһында күҙгә күренгән патоморфол. үҙгәрештәрҙең, психотик билдәләрҙең (һаташыу, галлюцинация, үҙ‑үҙеңде тотоуҙа яңылышыу)...
НЕВРОЛОГИЯ
НЕВРОЛОГИЯ (невро... һәм ...логия), нормала һәм патологияла нервы системаһының төҙөлөшө һәм функциялары, уның фило‑ һәм онтогенетик үҫеше законлыҡтары т‑дағы мед.-биол. фән. Клиник Н. (невропатология) — нервы ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын һәм клиник сағылышын өйрәнеүсе, уларҙы диагностикалау,...
НЕЙРОДЕРМИТ
НЕЙРОДЕРМИТ, д и ф ф у з д е р м а т и т (нейро... һәм гр. derma — тире), тән тиреһенең нәҫелдән килеү сәбәпле хроник ҡабатланып торған шешеү ауырыуы. Сикле һәм диффуз Н. айырыла. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: аллергик реакцияларға нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, экзо‑ һәм эндоген ярһытҡыстар тәьҫире, нервы...
НЕЙРОЛИНГВИСТИК ПРОГРАММАЛАУ
НЕЙРОЛИНГВИСТИК ПРОГРАММАЛАУ, психотерапия һәм ғәмәли психология йүнәлеше. Нейрофизиология, психолингвистика, кибернетика һ.б. ҡаҙаныштарын файҙалана. 20 б. 70‑се йй. үҫеш ала. Н.п. нигеҙендә кеше мейеһе һәм компьютер функциялары оҡшашлығында төҙөлгән кешенең психик процестары һәм тәртибенең моделе...
НЕЙРОХИРУРГИЯ
НЕЙРОХИРУРГИЯ (нейро... һәм хирургия), медицинаның үҙәк һәм периферик нервы системаһы ауырыуҙарын һәм зарарланыуын өйрәнеүсе, уларҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда тәүге нейрохирургик операциялар 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Өфө физиатрия ғилми‑тикшеренеү ин‑тында...
НЕОНАТОЛОГИЯ
НЕОНАТОЛОГИЯ (лат. neonatus — яңы тыуған бала һәм ...логия), яңы тыуған балаларҙың физиол. һәм патология үҙенсәлектәрен, баланың торошона йөклөлөк һәм бала табыу барышының тәьҫирен өйрәнеүсе һәм беренсе 28 тәүлеген йәшәгән балаларҙы тәрбиәләп һауыҡтырыу, уларҙың ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм...
НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ
НЕРВЫ АУЫРЫУҘАРЫ, нервы системаһының органик (структур) һәм функциональ үҙгәрештәренә бәйле ауырыуҙар. Патологик процестың ҡайһы урында барыуына ҡарап — баш, арҡа мейеһенең йәки периферик нервыларҙың изоляцияланған Н.а., үҙәк һәм периферик нервы системаһының төрлө бүлкәттәрен процесҡа йәлеп итеп таралған...
НЕФРОЛОГИЯ
НЕФРОЛОГИЯ (гр. nephroјs — бөйөр һәм ...логия), бөйөрҙөң төҙөлөшөн һәм функцияларын, бөйөр ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү, үҫеү механизмдарын һәм клиник сағылышын өйрәнеүсе, был ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Башҡортостанда Н. проблемалары б‑са фәнни...
НИКИТИН Николай Александрович
НИКИТИН Николай Александрович (15.2.1977, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. канд. (2001). БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (2000) шунда уҡ эшләй. 2002 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда. Фәнни тикшеренеүҙәре трансплантация материалдарын һаҡлау өсөн консервациялау мөхитен ҡулайлаштырыуға йүнәлтелгән. 50‑гә яҡын фәнни...
НУР АУЫРЫУЫ
НУР АУЫРЫУЫ, кеше организмына мөмкин булған кимәлдән артыҡ дозаларҙа ионлы нурланыш тәьҫир иткәндә үҫешә торған ауырыу. Н.а. киҫкен һәм хроник төрҙәргә айыралар. Н.а. үҫешенә тышҡы (дөйөм һәм урындағы) һәм эске (радиоактив матдәләрҙең организмға һауа, аҙыҡ һ.б. аша инә) нурланыш сәбәпсе була. Кеше һаулығы...