Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАВЛОВА Галина Әҙһәм ҡыҙы

ПАВЛОВА Галина Әҙһәм ҡыҙы (25.5. 1946, Өфө — 8.7.2014, шунда уҡ), гастроэнтеролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) 1972 й. тиклем һәм 1975—76 йй. Өфөнөң 8‑се ҡала дауаханаһында, 1977 й. алып БДМУ‑ла (2001–06 йй. дипломдан һуң белем биреү ин‑тында) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...

ПАВЛОВКА БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ

ПАВЛОВКА БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ. Иглин т. юл ст. 90 км алыҫлыҡта Нуриман р‑ны Павловка а. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑14,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,5°С). 1955 й. туберкулёз м‑н ауырыған балаларҙы, 2005 й. алып тын юлдары һәм аш һеңдереү системаларын дауалау...

ПАЛЛАДИН Александр Владимирович

ПАЛЛАДИН Александр Владимирович (10.9.1885, Мәскәү — 6.12.1972, Киев), биохимик. СССР ФА (1942), СССР Мед. ФА (1944), Украина ССР‑ы ФА (1929; 1946—62 йй. президент) акад., Белорус ССР‑ы ФА‑ның почётлы акад. (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1955). Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1935). Петербург ун‑тын...

ПАНАРИЦИЙ

ПАНАРИЦИЙ (лат. рanaricium), бармаҡ туҡымаларының эренләп шешеүе. Кеше П. Өҫкө ҡатлам, йыланҡараҡ (паронихия), тире аҫты, һеңер, һөйәк (остеомиелит), бармаҡ быуыны (эренле артрит) П. һәм пандактилит (бармаҡтың бөтә туҡымалары шешеүе) айырыла. Микротравмалар алғанда (шырау ҡаҙалыу, сәнселеү, тырналыу...

ПАНДИКОВ Геннадий Александрович

ПАНДИКОВ Геннадий Александрович (12.5.1899, Ҡазан губ. Усолка а. — 10.6.1961, Омск ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1957), профессор. РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1949), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1939). Омск мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1925) шунда уҡ эшләй: 1932—36 йй. уҡытыу‑ғилми бүлек дир. урынбаҫары,...

ПАНКРЕАТИТ

ПАНКРЕАТИТ (гр. paјnkreas — ашҡаҙан аҫты биҙе), ашҡаҙан аҫты биҙенең шешеүе. Киҫкен П. (КП) һәм хроник П. (ХП) айырыла. Сәбәптәре: бауырҙан тыштағы үт сығарыу юлдары ауырыуҙары; токсиндар, алкоголь һәм уның суррогаттары тәьҫире, травмалар һ.б. КП төп клиник сағылышы — уратып көслө эс ауыртыу, ҡоҫоу...

ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР

ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең паразиттар тыуҙырған ауырыуҙар төркөмө. Кешенең П.а. Медицинала П.а. иң ябайҙар (протозойлылар йәки протозооздар), гельминттар (гельминтоздар), ш. уҡ быуынтығаяҡлылар (энтомоздар һәм акароздар) тыуҙырған ауырыуҙар инә. Тыуҙырыусының ауырыу...

ПАРАПРОКТИТ

ПАРАПРОКТИТ (гр. pará — эргәһендә, ҡырында, тышында һәм prōktós — арт юл), тура эсәк тирәләй күҙәнәкле туҡыманың шешеүе. Процестың активлығына ҡарап киҫкен, инфильтратив, хроник П. (тура эсәктең бөтәү яраһы); килеп сығышына ҡарап — баналь, специфик, травманан һуңғы П.; урынына ҡарап тире аҫты, тиресә...

ПАРОДОНТИТ

ПАРОДОНТИТ (гр. pará — эргәһендә, янында, тышында һәм odús, odóntos — теш), теш тамырын уратып алған тоташтырғыс туҡыманың һәм яңаҡтың альвеоляр үҫентеһе һөйәк туҡымаһының көсәйгән деструкцияһы. Киң таралыш алған (ысын), системалы (аутоиммун ауырыуҙар ваҡытында) һәм локаль (пародонттың сикләнгән бер...

ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ

ПАТОЛОГИК ФИЗИОЛОГИЯ, кеше һәм хайуан организмында ауырыу билдәләре булған процестарҙың барлыҡҡа килеүе, барышы, аҙағы һәм компенсатор‑яраҡлашыу реакциялары законлыҡтарын өйрәнгән медицина һәм ветеринария өлкәһе. Кеше П.ф. Башҡортостанда кешенең П.ф. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1934 й. БДМИ‑ла...

ПЕДИАТРИЯ

ПЕДИАТРИЯ (гр. páis — бала һәм iatreáia — дауалау), балалар организмының анатомик‑физиол. үҙенсәлектәрен, балалар ауырыуҙарының үҫеш сәбәптәрен һәм механизмдарын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Башҡортостанда П. формалашыуы 20 б. 20‑се йй. 2‑се ярт....

ПЕРИТОНИТ

ПЕРИТОНИТ (гр. peritonaion — ҡорһаҡ ярыһы), ҡорһаҡ ярыһының шешеүе. Микрофлора үтеп инеү характеры б‑са беренсел, икенсел һәм өсөнсөл П.; шешеү процесының таралышы б‑са — таралмалы (диффуз, йәки дөйөм) һәм сикле; барышы б‑са — киҫкен һәм хроник П.; үҫеше б‑са реактив (тәүге 24 сәғәт), токсик (24—72...

ПЕТРОВ Михаил Ефимович

ПЕТРОВ (Ланде) Михаил Ефимович (15.12.1920, Каинск ҡ. — 20.4.1986, Өфө), һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мед. ф. д‑ры (1973). РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) ӨМЭПБ‑ның мед.‑санитария бүлегенең...

ПЕТРОВСКИЙ Владимир Викторович

ПЕТРОВСКИЙ Владимир Викторович (26.6.1897, Әстерхан ҡ. — 9.11. 1976, Өфө), физиолог. Проф. (1931). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1962). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1921) Әстерхан мед. ин‑тында, Б.В. һуғышы йылдарында Куйбышев ҡ. эшләй. 1945 й. алып БДМИ‑ла (1968 й. тиклем нормаль физиология каф....

ПИОДЕРМИЯ

 ПИОДЕРМИЯ (гр. pýon — эрен һәм dérma — тире), эренләткес микроорганизмдар тыуҙырған тире ауырыуҙары. Тыуҙырыусылары: стафило‑, стрептококтар, һирәгерәк зәңгәр эренле, эсәк таяҡсаһы һ.б. Стафило‑, стрептодермия, ҡатнаш, өҫкө һәм тәрән, сикле һәм таралған П. айыралар; киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә....

ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ

ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ, өлөшләтә йәки тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, тыумыштан формаһы боҙолған йәки зарарланған (травмалар, бешеү, операциялар, ауырыуҙар һ.б.) ағза һәм туҡымаларҙың, тыумыштан булған үҫеш кәмселектәренең (китек ирен, аңҡау ярығы һ.б.) анатомик бөтөнлөгөн, формаларын һәм функцияларын тергеҙеүгә,...

ПЛЕВРИТ

ПЛЕВРИТ (гр. pleurá — ҡабырға, көп), плевраның (үпкәне ҡаплаған тышҡы яры) шешеүе. Экссудатының характеры б‑са фибриноз, сероз‑фибриноз, эренле (плевра эмпиемаһы, пиоторакс), геморрагик, сереткес һәм продуктив; тыуҙырыусыһы булыу‑булмауы һәм төрө б‑са — асептик (күкрәк ситлегендә өлөшләтә пневмония,...

ПЛЕКСИТ

ПЛЕКСИТ (лат. plexus — сырмалыу), периферик нервы системаһы ауырыуы, уның нигеҙендә арҡа мейеһе нервыларының алғы һәм артҡы тамырсалары барлыҡҡа килтергән сырмалсыҡтарҙың зарарланыуы ята. Тупланыу урыны б‑са муйын, ҡулбаш (тулы, өлөшләтә өҫкө һәм аҫҡы), бил‑һигеҙгүҙ П.; клиник сағылышы б‑са — невралгия...

ПЛЕХАНОВА Татьяна Ивановна

ПЛЕХАНОВА (Никитина) Татьяна Ивановна (15.7.1941, Амурҙағы Николаев ҡ. — 2.6.2005, Өфө), фарма‑ когност. Фарм. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Пятигорск фарм. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Силәбе мед. уч‑щеһында, Пятигорск фарм., Хабаровск һәм Алтай мед., Көньяҡ...

ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович

ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович (яҡынса 1856, Өфө — 1925, шунда уҡ), соц. гигиенист. Мед. д‑ры (1890). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1884) шунда уҡ эшләй. 1902 й. алып Өфөлә: губерна земство дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы), 1908—21 йй. земство ҡатын‑ҡыҙҙар акушер‑фельдшерлыҡ мәктәбенә...