Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОБЛИТЕРАЦИЯЛЫ ТРОМБАНГИТ

ОБЛИТЕРАЦИЯЛЫ ТРОМБАНГИИТ, Б ю р г е р а у ы р ы у ы, магистраль, башлыса ваҡ һәм уртаса ҡан тамырҙарының иммунопатологик шеш ауырыуы, ҡан тамырҙары киңлегенең тулы бөтәшкәнгә тиклем (окклюзия) тарайыуы һәм аяҡтың дисталь өлөшөнөң ҡан м‑н тәьмин ителеүе боҙолоуы м‑н билдәләнә. О.т. периферик (аяҡтың...

ОЛИГОФРЕНИЯ

ОЛИГОФРЕНИЯ (олиго... һәм гр. phren — аҡыл), тыумыштан булған йәки бала саҡта барлыҡҡа килгән аҡыл зәғифлеге, психиканың үҫешеп етмәүендә сағыла. О. этиологияһы асыҡ булмаған, эндоген‑нәҫелдән килгән һәм экзоген факторҙар сәбәпсе булған төрҙәре була. Аҡыл зәғифлегенең кимәленә ҡарап дебиллек (еңел),...

ОНКОЛОГИЯ

ОНКОЛОГИЯ (гр. oјnkos — масса, күләм, күбеү һәм ...логия), шештәрҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеү механизмдарын, клиник сағылышын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина һәм биология өлкәһе. Башҡортостанда О. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б....

ОСТЕОМИЕЛИТ

ОСТЕОМИЕЛИТ (гр. osteјon — һөйәк, myeloјs — мейе), електең һөйәк ярыһы, көпшәк һәм компакт матдәһе м‑н бер юлы шешеүе. О. специфик булмаған (башлыса коктар тыуҙырған) һәм специфик (туберкулёз, сифилис һ.б. тыуҙырған); гематоген (эндоген) һәм гематоген булмаған (операциялар, травмалар һ.б. һөҙөмтәһендә);...

ОСТЕОХОНДРОЗ

ОСТЕОХОНДРОЗ (гр. osteon — һөйәк һәм chondros — кимерсәк), умыртҡалыҡтың мультифакториаль дистрофик үҙгәреүе. О. неврологик билдәләре микротравмалар, умыртҡа‑ара дискыларының һәм умыртҡаның дуға һымаҡ үҫентеләренең кимерсәк туҡымаһында матдәләр алмашыныуы боҙолғанда барлыҡҡа килә, улар организмдың аутосенсибилизацияһына...

ОТОРИНОЛАРИНГОЛОГИЯ

ОТОРИНОЛАРИНГОЛОГИЯ [гр. uјs (otoјs) — ҡолаҡ, rhis (rhinoјs) — танау, laјrynx (laјryngоs) — тамаҡ һәм ...логия], медицинаның ЛОР ағзалары — ҡолаҡ, тамаҡ (йотҡолоҡ, үңәс, боғарлаҡ), танау һәм улар эргәһендәге ағза‑туҡымалар ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын, клиник сағылышын диагностикалау, дауалау...

ОФТАЛЬМОЛОГИЯ

ОФТАЛЬМОЛОГИЯ (гр. ophthalmoјs — күҙ һәм ...логия), күреү ағзаһының анатомияһын һәм физиологияһын, күҙ ауырыуҙарының, күреү һәләтенең боҙолоу этиологияһын, патогенезын, клиникаһын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Өфө губернаһында беренсе күҙ...