Список материалов
МАСТИТ
МАСТИТ (гр. mastoјs — имсәк, түш), һөт биҙенең шешеүе.
Кеше М. Специфик һәм специфик булмаған; киҫкен һәм хроник; бер яҡлы һәм ике яҡлы; интермаммар, субареоляр, ретромаммар М. айырыла. Сероз, инфильтрат һәм эренле формалары була. Йышыраҡ бала тапҡандан һуңғы осорҙа барлыҡҡа килә (82—87%‑та осрай)....
МЕДИЦИНА
МЕДИЦИНА, халыҡ һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға, ғүмерҙе оҙайтыуға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалауға йүнәлтелгән фән һәм практик эшмәкәрлек өлкәһе. М. нормала һәм патологияла кеше организмы төҙөлөшөн, уның йәшәү эшмәкәрлеге процестарын; тирә‑яҡ мөхит факторҙарының һаулыҡҡа йоғонтоһон; кешенең ауырыуҙарының...
МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ
МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, һаулыҡ һаҡлау һәм мед. фәне өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу системаһы. 18— 19 бб. Башҡортостан өсөн урта мед. кадрҙары Ырымбур хәрби госпитале эргәһендәге фельдшерҙар мәктәбендә; 19 б. табиптар Ҡазан ун‑тында әҙерләнә, унда йыл...
МЕДИЦИНА ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ
МЕДИЦИНА ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, медицина өлкәһендә тикшеренеү эштәре алып барған ғалимдарҙың һәм практик һаулыҡ һаҡлау эшселәренең ирекле берләшмәләре. Йәмғиәттә ағзалыҡ шәхси һәм коллектив нигеҙҙә бойомға ашырыла. Башҡортостанда 1882 й. Өфө табиптары йәмғиәте ойошторола, ул земство табиптарын, ветеринарҙарҙы...
МЕДИЦИНА ПРИБОРҘАРЫ
МЕДИЦИНА ПРИБОРҘАРЫ, ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау өсөн файҙаланылған мәғлүмәттәрҙе үлсәү, анализлау, эшкәртеү, күрһәтеү, һаҡлау, ш. уҡ мед. системаларын көйләү өсөн тәғәйенләнгән техник яйланмалар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са М.п. түбәндәге төркөмдәргә бүленә: йылылыҡ физикаһы, электр, магнит, оптик,...
МЕДИЦИНА ҮҘӘКТӘРЕ
МЕДИЦИНА ҮҘӘКТӘРЕ.
Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 1921 й. Респ. санитар‑ағартыу йорто булараҡ нигеҙ һалына, 1989 й. алып Респ. һаулыҡ үҙәге, 1992 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Составына ойоштороу‑методика, ойоштороу һәм дауалау‑иҫкәртеү ойошмалары м‑н профилактика эшен координациялау,...
МЕДИЦИНА‑ГЕНЕТИКА КОНСУЛЬТАЦИЯҺЫ
МЕДИЦИНА‑ГЕНЕТИКА КОНСУЛЬТАЦИЯҺЫ, халыҡҡа нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән махсус мед. ярҙамы күрһәтеүсе мед. учреждениеһы. М.‑г.к. дөйөм профиллегә (эре күп профилле дауалау учреждениелары эргәһендә терр. принцип б‑са ойошторолған йәиһә үҙ аллы) һәм махсуслашҡанға (эре ғилми‑тикшеренеү мед....
МЕДИЦИНА‑САНИТАРИЯ БҮЛЕКТӘРЕ
МЕДИЦИНА‑САНИТАРИЯ БҮЛЕКТӘРЕ, сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорттың эре пр‑тиелары эшселәренә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары комплекстары. М.‑с.б. эшмәкәрлеген ойоштороу, үҙгәртеп ҡороу һәм финанслау пр‑тиелар аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла. М.‑с.б. составына цех участкалары...
МЕНИНГОКОКК ИНФЕКЦИЯҺЫ
МЕНИНГОКОКК ИНФЕКЦИЯҺЫ, кешенең инфекцион ауырыуы, һауа аша йоға. Тыуҙырыусыһы: юғары һәм түбән т‑ратураларға, ҡояш яҡтыһына аҙ тотороҡло Neisseria meningitidis бактериялары. Инфекция сығанағы: ауырыуҙар һәм бактерия йөрөтөүселәр. Йышыраҡ 14 йәшкә тиклемге балалар ауырый (ауырыу осраҡтарының 80%‑ында...
МИАСТЕНИЯ
МИАСТЕНИЯ (грек. my¼(s) — мускул һәм asthe¼neia— көсһөҙлөк, хәлһеҙлек), Э р б — Г о л ь д ф л а м а у ы р ы у ы, аутоиммун нервы‑мускул ауырыуы. Тыумыштан булған һәм тормошта барлыҡҡа килгән М. айыралар. М. үҫешендә аутоиммун процестар ҙур урын тота, М. м‑н ауырыусыларҙың мускул туҡымаһында һәм боғаҡ...
МИГРЕНЬ
МИГРЕНЬ, г е м и к р а н и я, ғәҙәттә, баштың ярты яғының ауыртыуы, өйәнәк. Ауралы М. (ассоциатив), йәғни өйәнәккә тиклем фокаль неврологик симптомдар комплексы күҙәтелә, һәм аураһыҙ М. (ябай) айырыла. Церебраль активлаштырыу механизмдары һәм баш мейеһе тамырҙарының киҫкен киңәйеүе, мейегә ҡан үтеүенең...
МИКРОСПОРИЯ
МИКРОСПОРИЯ, ҡ ы р ҡ ы л с а н, кеше һәм хайуандарҙың башлыса тән тиреһе һәм сәстәре зарарлана торған бәшмәк ауырыуы. М. төп ике төр тыуҙырыусыны айыралар: Microsporum canis, кешеләр һәм хайуандар ауырыуын тыуҙыра (зоофил М.) һәм Microsporum ferrugineum, фәҡәт кешене зарарлай (антропофил М.). Башҡортостанда...
МИРОНЕНКОВА Жанна Викторовна
МИРОНЕНКОВА Жанна Викторовна (25.12.1963, Өфө), провизор. Фарм. ф. д‑ры (2007). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй: 1992 й. алып уҡытыусы, 1994 й. — фармацияға идара итеү һәм иҡтисад каф. мед. һәм фарм. тауарҙарын өйрәнеү ғилеме б‑са курс мөдире. Фәнни...
МОКЕЕВА Екатерина Геннадьевна
МОКЕЕВА Екатерина Геннадьевна (20.9.1975, Өфө ҡ.), спорт медицинаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (2010). Г.И.Мокеевтың ҡыҙы. БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) 2005 й. тиклем Республика табип‑физкультура диспансерында, бер үк ваҡытта 1999—2010 йй. һәм 2017 й. башлап ӨДАТУ‑ла (2022 й. ноябренән ӨФТУ)...