Список материалов
...ЛОГИЯ
...ЛОГИЯ (грекса lògos — һүҙ, тәғлимәт), ҡушма һүҙҙәрҙең “фән”, “белем”, “тәғлимәт” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө(мәҫәлән, гематология, кодикология).Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
"БАШВТОРМЕТ", ААЙ
“БАШВТОРМЕТ”, Башҡортостан икенсел металдары, ААЙ. Тимер-томор, ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын (ҡара: Икенсел ресурстар) йыйыу һәм эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: Өфө (1931 й. нигеҙләнгән), Раевка, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл (бөтәһе лә — 1942), Ишембай (1943), Мәләүез, Октябрьский...
“АБДРАХМАН КАНТОН”
“АБДРАХМАН КАНТОН”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың легендаһын һәм варианттарын беренсе булып С.Г.Рыбаков Орск өйәҙендә (Юлыҡ а., Рәмиевтәрҙең Солтан приискыһында, Күлтабан күле янындағы йәйләүҙә) яҙып ала һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән”...
“АБДУЛЛА АХУН”
“АБДУЛЛА АХУН”, башҡ. халыҡ йыры, һалмаҡ көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. Силәбе өлк. Ялан-Ҡатай р‑ны Тойғон а. Ә.Ҡорбанғәлиндән яҙып алына, А.Сер.Ключарёв тарафынан татар халыҡ йырҙары йыйынтығында баҫтырыла (Ҡазан, 1941). Йыр лирик‑эпик характерҙа. Абдулла Дәүләтшинға бағышланған. Йырҙың куплет төҙөлөшө...
“АБҘАҠ”, һауыҡтырыу‑спорт комплексы
“АБҘАҠ”, һауыҡтырыу‑спорт комплексы. Белорет р‑нында Ҡырҡтытау һырты армытында, Яңы Абҙаҡ т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа 2,5 км һәм Белорет ҡ. көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тау саңғыһы үҙәгенән һәм ял йортонан тора. Тау саңғыһы үҙәгенә яҡынса 18 км оҙонлоҡтағы, 300 м ашыу бейеклектән...
“АБЗЕЛИЛ”, гәзит
“АБЗЕЛИЛ” (“Әбйәлил”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР-ҙың «“Осҡон” редакция‑нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Әбйәлил р‑ны Асҡар а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1957 й. “Осҡон” гәз. тәржемә баҫмаһы булараҡ “Искра” исеме м‑н нәшер ителә башлай,...
“АВАНГАРД”
“АВАНГАРД”, федераль хөкүмәт пр‑тиеһы. Химия продукцияһы етештерә, сәнәғәт шартлаусан матдәләрен һынай һәм етештерә, һуғыш припастарын утилләштереүҙе тормошҡа ашыра. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Составы: тауар продукцияһы, ағас тара, аҙ күләмле химия производстволары. Нитроэмалдәр, эреткестәр, нитролактар,...
“АВАНГАРД”, гәзит
“АВАНГАРД”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР-ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Авангард” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Яңа көн” — “Яңы көн”) телдәрендә сыға. 1932 й. мартынан татар телендә “Яңа җиңүләргә”...
“АВГУСТ”
“АВГУСТ” ғилми-производство предприятиеһы, ЯСЙ. Универсаль таҙартыусы, изоляциялаусы машиналар, төрлө диаметрҙағы магистраль үткәргес торбаларҙы төҙөү һәм ремонтлау өсөн бәләкәй механизациялау ҡоролмаларын эшләп сығара. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Составы: йыйыу, буяу, металл эшкәртеү цехтары...
“АВИШ”, ЯСЙ
“АВИШ”, ЯСЙ. Корпуслы мебель эшләүҙе, аркалы конструкциялар етештереү һәм монтажлауҙы тормошҡа ашыра; ремонт-төҙөлөш эштәрен башҡара; автотранспорт хеҙмәтен күрһәтә. Бүздәк р‑ны Бүздәк а. урынлашҡан. 1991 й. нигеҙ һалына. А. составы: мебель цехы (1993 й. нигеҙләнгән), аркалы конструкциялар етештереү...
“АВТОКОМПЛЕКТ”, ААЙ
“АВТОКОМПЛЕКТ”, автотрактор электр йыһаздары, даими магниттар һәм төҫлө ҡойолмалар етештереү пр‑тиеһы. 1971 й. Октябрьский ҡ. “Автоприбор” з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1973 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1986 й. алып ПБ, 1993 й. — акционерҙар компанияһы, 1994 й. — “АПри” акционерҙар компанияһы, 1999 й. —...
“АВТОМОБИЛСЕ”
“АВТОМОБИЛСЕ”, Автотранспорт колледжының спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1969 й. асыла. Стадионы, саңғы базаһы, спорт залы (22x9 м), спорт майҙансығы, саңғы трассаһы, саңғы спорты музейы бар. Автомобиль спорты, армспорт, баскетбол, волейбол, гер спорты, еңел атлетика, йөҙөү, көрәш, мини‑футбол, өҫтәл...
“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН КИҢӘЙТЕҮ ТУРАҺЫНДА”
“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН КИҢӘЙТЕҮ ТУРАҺЫНДА” (“О расширении границ Автономной Башкирской Социалистической Советской Республики”), Оло Башҡортостан сиктәрен юридик яҡтан нығытыу т‑дағы 1922 й. 14 июнендәге Бөтә Рәсәй ҮБК декреты. Документҡа ярашлы Өфө губернаһы бөтөрөлә;...
“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН ӨҪТӘМӘ ҮҘГӘРТЕҮ ТУРАҺЫНДА”
“АВТОНОМИЯЛЫ БАШҠОРТ СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАҺЫ СИКТӘРЕН ӨҪТӘМӘ ҮҘГӘРТЕҮ ТУРАҺЫНДА” (“О дополнительном изменении границ Автономной Башкирской Социалистической Советской Республики”), Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 17 авг. декреты. Документҡа ярашлы БАССР-ҙан Силәбе губернаһына, БАССР-ҙың Дыуан-Ҡошсо...
“АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ БАШҠОРТ РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО ТУРАҺЫНДА”
“АВТОНОМИЯЛЫ СОВЕТ БАШҠОРТ РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО ТУРАҺЫНДА” (“О государственном устройстве Автономной Советской Башкирской Республики”), респ. РСФСР составындағы хоҡуҡи хәлен билдәләү т‑дағы РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑ының 1920 й. 19 майындағы декреты. Документ б‑са АСБР‑ҙа дәүләт власы...
“АВТОНОРМАЛЬ”
“АВТОНОРМАЛЬ” Бәләбәй заводы, ААЙ. Автомобилдәргә, тракторҙарға беркетеү изделиелары (4500‑гә яҡын төр) етештерә. “А.” составы: автомат, металл әҙерләү (икеһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), пружиналар, термик, металл ҡапламалары, табаҡлы штамплау (бөтәһе лә — 1969), болттар, гайкалар, ваҡ беркетеү деталдәре,...
“АГИТАТОР-ПРОПАГАНДИСТ”, журнал
“АГИТАТОР-ПРОПАГАНДИСТ”, ижтимағи‑сәйәси журнал. РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты органы. 1923 й. Өфө ҡ. айына 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Журналда совет власын яҡларға саҡырған агитацион мәҡәләләр баҫтырыла, большевизм идеялары пропагандалана.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
...
“АГРОЗАЩИТА”, ЯАЙ
“АГРОЗАЩИТА”, ЯАЙ. Үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн химик сараларҙы һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан.
2003 й. 17 кеше эшләгән; 234 т пестицид, 20 берәмек а.х. техникаһы, яҡынса400 т ағыу м‑н эшкәртелгән орлоҡ (кукуруз, көнбағыш, судан үләне һ.б.) һатылған. 1994 й. ойошторола. 2001 й. пр‑тиела орлоҡтарҙы...
“АГРОМАШ”, ДУП
“АГРОМАШ”, а.х. ҡорамалдары етештереү пр‑тиеһы. 1941 й. СССР‑ҙың көньяҡ райондарынан эвакуацияланған йыһазландырылған заводтар базаһында “Уфасельмаш” механика з‑ды булараҡ нигеҙ һалына. 1944 й. алып а.х. машиналары (елгәргес, сортлағыс, ашлыҡ һуҡҡыс һ.б.), 1959 й.— а.х. ҡорамалдары (вентилятор, һауа...
“АГРОНОМ И ПАХАРЬ”
“АГРОНОМ И ПАХАРЬ” (“Агроном һәм һабансы”), “Власть труда” гәзитенә ҡушымта. Өфө ҡ. аҙнаһына бер тапҡыр урыҫ телендә баҫыла. 1924 й. 5 апреленән 21 авгусына тиклем нәшер ителә. Барлығы 12 һаны сыға. Баҫмала ауыл хужалығы темаһына материалдар, республикала сәсеү эштәре барышы хаҡында мәғлүмәттәр яҡтыртыла.
Тәрж....