Список материалов
БАҠЫР
БАҠЫР (Cuprum), Cu, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы. Тәбиғәттә Б. 2 тотороҡло изотобы бар. Алһыу ҡыҙыл төҫтәге йомшаҡ һәм еңел сүкелә торған металл. Тығыҙлығы 8920 кг/ м3, tиреү 1083,4°С, tҡайнау 2567°С, Моос б‑са ҡатылығы 3,0, Бриннелль б-са — 370—420 МПа. Уға юғары кимәлдә...
БАЛАУЫҘҘАР
БАЛАУЫҘҘАР, майға оҡшаш, үҙле органик матдәләр. Тәбиғи (йәнлек Б. — бал ҡорто балауыҙы, ланолин, шеллак, спермацет һ.б.; үҫемлек — кандель, карнауб һ.б.; ҡаҙылма — тау Б., йәки озокерит; һоро күмер Б., йәки монтан-Б.; торф Б.), яһалма йәки өлөшләтә синтетик (монтан‑Б. окисландырыу юлы м‑н, ш. уҡ нефть...
БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР
БӘЙЛӘҮЕС МАТДӘЛӘР, бетондар, төҙөлөш иҙелмәләре әҙерләү, айырым деталдәр, конструкциялар һ.б. беректереп тоташтырыу өсөн төҙөлөш материалдары. Органик һәм органик булмаған (минераль) Б.м. айыралар. Минераль Б.м. — ваҡланылған онтаҡҡа оҡшаш матдәләр, уларҙы һыу йәки тоҙҙарҙың һыулы эретмәләре м‑н ҡатнаштырыуҙан...
БЕНЗИНДАР
БЕНЗИНДАР, tҡайнау 35—205°С булған төрлө структур төҙөлөшлө углеводородтар ҡатнашмаһы. Тәғәйенләнеше б-са авиация (tҡайнау 40—180°С) һәм автомобиль Б. (tҡайнау 35—205°С), Б.‑эреткестәргә (tҡайнау 80—120°С булған “Галоша” Б. һәм tҡайнау 165—200°С булған уайт‑спирит); ҡулланыу шарттары б‑са ҡышҡы һәм...
БЕНЗОЛ
БЕНЗОЛ, C6H6, иң ябай ароматик углеводород. Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 5,5°С, tҡайнау 80,1°С, тығыҙлығы 879 кг/ м3. Углеводородтарҙа, эфирҙарҙа яҡшы, этиленгликолдә, глицеринда, һыуҙа насар эрей; май, каучук, гудронды һ.б. эретә. Ядроһына юғары т‑ралар, окислаусылар тәьҫиренә ҡаршы юғары...
БЕНЗПИРЕН
БЕНЗПИРЕН, бензопирен, C20H12, полициклик ароматик углеводород. Б. молекулаһы быуынлап тоташтырылған 5 циклдан тора (ҡара: Конденсирланған ароматик берләшмәләр). 2 изомер рәүешендә була (1,2‑Б. һәм 4,5‑Б.). Һәүерташ, таш күмер һ.б. ыҫмалаларҙа бар, уларҙан экстракция ысулы м‑н алына. tиреү 178—179°С,...
БЕРЛИН Александр Александрович
БЕРЛИН Александр Александрович (27.9.1940, Мәскәү ҡ.), физик, физик‑химик. РФА академигы (2003), БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), химия фәндәре докторы (1974), профессор (1980). Мәскәү физика-техника институтын тамамлаған (1963). 1978 й. алып РФА-ның Н.Н.Семёнов исемендәге Химик физика институтының...
БЕТОН
БЕТОН (фр. beton), бәйләүес матдәләр (һыу ҡатыш йәки һыуһыҙ), тулыландырыусылар һәм махсус өҫтәмәләр (модификаторҙар) ҡатнашмаһын формаға индереп ҡатырыу һөҙөмтәһендә алынған таш һымаҡ яһалма материал. Б. бәйләүес матдә төрө (цементлы, силикатлы, гипслы, шлаклы-һелтеле, битумлы, полимерлы-цементлы)...
БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ
БЕТОН ҺӘМ ТИМЕР-БЕТОН КОРРОЗИЯҺЫ, агрессив тышҡы мөхит йоғонтоһонда бетон һәм тимер-бетондың тарҡалыуы. Уның тиҙлеге агрессив мөхит параметрҙары (агрессив компоненттарҙың төрө һәм концентрацияһы, т‑ра, конструкция йөҙөндә агрессив мөхит м‑н алмашыныу реакцияһы тиҙлеге һ.б.) һәм материал үҙенсәлектәре...
БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ
БИҘӘКЛӘҮ МАТЕРИАЛДАРЫ, биналарҙы эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү өсөн ҡулланылыусы төҙөлөш материалдары. Химик составы б-са минераль һәм органик сығышлы Б.м. айыралар. Минераль Б.м. еңел (эзбиз, гипс һ.б.) һәм гидравлик (портландцемент, аҡ һәм төҫлө цемент һ.б.) бәйләүес матдәләр, йөҙләү таштары нигеҙендәге...
БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР
БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР, тере организмдарҙың физиол. процестарына йоғонто яһай алыусы химик берләшмәләр (күберәк органик). Б.а.м. антибиотиктар, витаминдар, гормондар, феромондар, пестицидтар һ.б. инә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. уртаһынан Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков...
БИООРГАНИК ХИМИЯ
БИООРГАНИК ХИМИЯ, органик матдәләрҙең төҙөлөшө һәм уларҙың биол. функциялары араһындағы бәйләнеште органик химия ысулдары һәмалымдары ярҙамында өйрәнеүсе фән. Б.х. тикшеренеү объекттары — биополимерҙар, тере организмдар составына ингән тәбиғи биол. актив матдәләр, биол. процестарҙың синтетик көйләгестәре...
БИОПОЛИМЕРҘАР
БИОПОЛИМЕРҘАР (био... һәм полимерҙар), бөтә тере организмдар төҙөлөшөнөң нигеҙен хасил иткән тәбиғи юғары молекуляр берләшмәләр; мол. м. 103—106. Б. аҡһымдар, нуклеин кислоталары, полисахаридтар һәм уларҙың сығарылмалары инә. Б. организмдың буш аралыҡтағы төҙөлөшөнөң үҙ аллы формалашыуын һәм йәшәү һәләтен...
БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ
БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ, радиоактив мәғдән сығарыу, радиоактив ҡалдыҡтарҙы тирә‑яҡ мөхиткә ташлау, ядро шартлауҙары, АЭС авариялары һ.б. һөҙөмтәһендә тере организмдарҙың һәм уларҙың йәшәү мөхитенең радиоактив матдәләр йотоуы. Б.р.б. ядро бүленеү продукттары, тәбиғи радиоактив ауыр металдар...
БИТУМДАР
БИТУМДАР (лат. bitumen — тау ыҫмалаһы), юғары молекуляр углеводородтар (майҙар), ыҫмалалар һәм асфальтендарҙың ҡатмарлы күп компонентлы ҡатнашмалары. Тәбиғи һәм яһалма (техник) Б. айыралар. Тәбиғи Б. ғәҙәттә органик сығышлы, янар файҙалы ҡаҙылмалар (каустобиолиттар) һәм ултырма тау тоҡомдары составына...
БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы
БОЕВА Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (22.5.1945, БАССР-ҙың Салауат р-ны Лағыр а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2006). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре аминдар һәм ҡайһы бер металл нитраттары нигеҙендә...
БУТИЛ СПИРТТАРЫ
БУТИЛ СПИРТТАРЫ, бутанолдар, С4Н9ОН, бер атомлы алифатик спирттар. Нормаль (бутанол‑1, пропилкарбинол), икенсел (бутанол‑2, метилэтилкарбинол), изобутил (изобутанол, 2‑метилпропанол‑1, изопропилкарбинол), өсөнсөл (трет‑бутанол, 2‑метилпропанол‑2, триметилкарбинол) Б.с. билдәле. Бутанол‑1 (1‑Б.), бутанол‑2...
БУТИЛЕНДАР
БУТИЛЕНДАР, бутендар, С4Н8, сылбырҙағы бер икеләтә бәйләнешле туйындырылмаған углеводородтар. Билдәле изомерҙары: α‑бутилен (1‑Б.), β‑бутилен, йәки псевдобутилен (2‑Б.); изобутилен, йәки изобутен, йәки 2‑метилпропен (изо‑Б.). Ҡырҡыу насар еҫле, төҫһөҙ газдар. Һыуҙа эреүсәнлектәре насар, спиртта һәм...
БУТИЛКАУЧУК
БУТИЛКАУЧУК, изобутилен м‑н изопрендың (массаһы б‑са 1—5%) сополимеры; мол. м. 3•105 — 7•105. Тығыҙлығы 910—920 кг/ м3, tбыялаланыу —67‑нән алып —69°С тиклем булған эластик масса. Изобутилен һәм изопрен быуындары даими сиратлашмаған һыҙыҡлы структуралы. Һыу, ацетон, эфирҙарҙа эремәй, бензин, алифатик...
БЫЯЛА
БЫЯЛА, органик булмаған оксидтар иретмәһен, тоҙҙарҙың һыулы эретмәләрен йәки металдарҙың шыйыҡ иретмәләрен артыҡ һыуытыу һөҙөмтәһендә алына торған органик булмаған үтә күренмәле ҡаты аморф материал. Бер (көкөрт, фосфор, углеродтан һәм ҡайһы бер металдар — кальций, хром, цинктан һ.б.; ш. уҡ бериллий,...