Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАДМИЙ

КАДМИЙ (Cadmium), Cd, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫтәге йомшаҡ, сүкелеүсән, һуҙылыусан металл; tиреү 321,1°С, tҡайнау 766,5°С, тығыҙлығы 8650 г/см3. К — юғары кимәлдә үткәргес, диамагнит. Дымлы һауала һаҡлаусы оксид плёнкаһы м‑н ҡаплана, бүлмә т‑раһында...

КАЛЬЦИЙ

КАЛЬЦИЙ (Calcium), Ca, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Көмөштәй аҡ төҫлө металл, tиреү842°С, tҡайнау1495°С, тығыҙлығы 1540 кг/м3. Ҡоро һауала 300°С юғарыраҡ т‑рала окислана. Хлор, бром, күпселек к‑талар (ҡуйыртылған көкөрт һәм азот к‑таларынан башҡа), дым булғанда — һауа,...

КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА

КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА, натрий карбонаты, Na2CO3. tиреү853°С, тығыҙлығы 2533 кг/м3 булған аҡ кристалдар, һыуҙа эрей, дымды еңел һеңдерә, асыҡ һауала натрий гидрокарбонаты барлыҡҡа килтереп дымды һәм углерод диоксидын йота. Көслө һәм көсһөҙ кислоталар м‑н углекислый газ сығарып тәьҫир итешә. Башҡ‑нда К.с....

КАНЦЕРОГЕНДАР

КАНЦЕРОГЕНДАР (лат. cancer — шеш һәм ...генез), яман шештәрҙең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫеүенә булышлыҡ итеүсе химик берләшмәләр, биол. (стероид гормондар, онкоген вирустар һ.б.) йәки физик (ионлаштырыусы һ.б. төр нурланыштар) агенттар. Халыҡ‑ара яман шеште өйрәнеү б‑са агентлыҡ тарафынан канцерогенлыҡтың...

КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

КАРБАМИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, күп нигеҙле кислоталар амидтарының ҡораулы полимерҙарға әүерелергә һәләтле альдегидтар м‑н поликонденсацияланыуының олигомер продукттары. Формальдегидтың мочевина һәм уның сығарылмалары — тиомочевина, меламин, дициандиамид м‑н конденсацияланыуынан синтезланыусы термоактив ыҫмалалар...

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ

КАРБОН КИСЛОТАЛАРЫ, дөйөм формулаһы RCOOH булған органик кислоталар, R — органик радикал, СООН — карбоксил төркөмө. Карбоксил төркөмдәренең һаны б‑са моно‑, ди‑ һәм поликарбон, углеводород радикалы оҙонлоғо б‑са — түбән (С1—С6) һәм юғары (С6‑нан артығыраҡ; ҡара: Синтетик май кислоталары), радикал структураһы...

КАРКАС СТРУКТУРАЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР

КАРКАС СТРУКТУРАЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘР, полиэдрик берләшмәләр, полиэдрандар, һөлдәләре йомоҡ арауыҡ системаһын барлыҡҡа килтергән полициклик молекулалар. К.с.б. һәр бер цикл башҡалары м‑н конденсирланған (2 уртаҡ атом) йәки мостиклы (3 йәки күберәк уртаҡ атом) берләшмәләр тибында бәйләнгән. К.с.б. полиэдр төҙөлөшө...

КАТАЛИЗ

КАТАЛИЗ (гр. katalysis — емерелеү), ҡатнашҡан матдәләр м‑н ваҡытлыса химик тәьҫир итешеп, һәр бер тәьҫир итешеү циклынан һуң химик составын ҡайтарырға һәләтле катализаторҙар ярҙамында химик реакциялар тиҙлеге үҙгәреүе. К. ыңғай (реакцияның тиҙлеге арта) һәм кире (реакция аҡрыная йәки баҫыла), ҡатнашҡан...

КАТАЛИЗАТОРҘАР

КАТАЛИЗАТОРҘАР, химик реакцияның тиҙлеген үҙгәртә алған һәм һуңғы продукттар составына инмәгән матдәләр. Тәьҫир итеү механизмы б‑са — кислота‑нигеҙле һәм окисланыу‑ҡайтарылыу, фаза торошо б‑са гомоген һәм гетероген К. айыралар. Каталитик активлыҡ (реакция тиҙлегенең күләм йәки масса берәмегенә сағыштырмаһы),...

КАТАЛИТИК КРЕКИНГ

КАТАЛИТИК КРЕКИНГ, нефть сеймалын катализаторҙар ҡулланып деструктив эшкәртеү процесы. К.к. сеймалды 475—540°С т‑рала реактор һәм регенератор араһында әйләнеп йөрөүсе катализатор (эҙмә‑эҙлекле крекинг һәм өҫтөнә ултырған коксты яндырып әүҙемлеген ҡайтарыу стадияларында ҡатнаша) м‑н контактҡа индереп...

КАТАЛИТИК РЕАКЦИЯЛАР

КАТАЛИТИК РЕАКЦИЯЛАР. Электрон (окисланыу, ҡайтарылыу, гидрирлау, дегидрирлау, кислород ингән тотороҡһоҙ берләшмәләр тарҡалыу — окисланыу‑ҡайтарылыу катализы) йәки протон (крекинг, гидратациялау, дегидратациялау, күп кенә изомерлаштырыу реакциялары, органик матдәләрҙе конденсациялау — кислота‑нигеҙле...

КАУСТИК СОДА

КАУСТИК СОДА, каустик, натрий  гидроксиды, натрий  гидроокисы, зәһәр натр, NaOH. tиреү 328°С, tҡайнау 1390°С, тығыҙлығы 2130 кг/м3 булған гигроскопик аҡ кристалдар. Һыуҙа (күп миҡдарҙа йылылыҡ бүлеп сығарып), этанолда, метанолда эрей. Көслө нигеҙ, һауанан углекислый газды һәм һыуҙы йота, К.с. һыуҙағы...

КӘРӘСИН

КӘРӘСИН (ингл. kerosene), углеводородтар ҡатышмаһы, күпселеге С9—С16. Тәғәйенләнеше б‑са авиация, техник, яҡтыртыу һәм эреткес К. айырыла. Химик составына һәм эшкәртелеү ысулына бәйле К. туйынған алифатик (20—60%), нафтенлы (20—50%), ароматик (5—25%), туйынмаған (2%‑ҡа тиклем) углеводородтар, ш. уҡ...

КӘРӘСИН-ГАЗОЙЛЬ ФРАКЦИЯҺЫ

КӘРӘСИН-ГАЗОЙЛЬ ФРАКЦИЯҺЫ, углеводородтар ҡатышмаһы; нефть ҡыуыу йәки крекинг (ҡара: Гидрокрекинг, Каталитик крекинг, Термик крекинг) һәм кокслаштырыу процестарында алынған фракция. К.‑г.ф. ҡайнау сиктәре 180—350°С. Составында реактив яғыулыҡ һәм дизель яғыулығы, ш. уҡ яҡтыртыу кәрәсине алына торған...

КВАНТ ХИМИЯҺЫ

КВАНТ ХИМИЯҺЫ, химик берләшмәләрҙең үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн, үҙ‑ара тәьҫир итешеүен һәм әүерелештәрен тасуирлау өсөн квант механикаһының төшөнсәләре, математик аппараты һәм алымдары ҡулланылған теоретик химия бүлеге. Күп электронлы һәм күп ядролы системаны К.х. ҡулланып тасуирлау ғәҙәттә Шрёдингерҙың...

КИСЛОРОД

КИСЛОРОД (Oxygenium), О, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Еҫе һәм тәме булмаған газ; tиреү — 218°С, tҡайнау —192,8°С, тығыҙлығы 1,43 кг/м3. Окисландырыусы, электр разряды йәки УФ нурланыш тәьҫирендә озонға әүерелә. Еңел затлы газдарҙан башҡа бөтә элементтар м‑н берләшмәләр...

КИСЛОТАЛАР

КИСЛОТАЛАР, һыуҙағы эретмәләрҙә водород ионы барлыҡҡа килтереп диссоциацияланыу м‑н характерланған химик берләшмәләр. Диссоциация дәрәжәһе б‑са — көслө (һыуҙағы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана) һәм көсһөҙ (аҙ дәрәжәлә диссоциациялана), металл м‑н алмаштырыла алған водород атомдарының һаны б‑са...

КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР

КИСЛОТАЛЫ ЯМҒЫРҘАР, әсе ямғырҙар, һауала көкөрт диоксиды, азот оксиды, хлорлы водородтың һ.б. тейешенән артыҡ булыуы сәбәпле әселәндерелгән (рН...

КОКС

КОКС (нем. Koks), углеродлы сеймалды юғары т‑рала ҡыҙҙырыу (кокслаштырыу) ваҡытында барлыҡҡа килгән ҡаты ҡалдыҡ. Алынған сеймалға ҡарап таш күмер, пек һәм нефть К. айыралар. К. составында углерод өҫтөнлөк итә. Таш күмер К. юғары сифатлы төтөнһөҙ яғыулыҡ, тимер мәғдәнен ҡайтарғыс (домна К.) итеп һәм...

КОКСЛАШТЫРЫУ

КОКСЛАШТЫРЫУ, яныусан ҡаты һәм шыйыҡ ҡаҙылдыҡтарҙы осоусан берләшмәләр һәм кокс барлыҡҡа килтереп юғары т‑рала эшкәртеү. Таш күмер, таш күмер пегы, юғары т‑рала ҡайнаусы нефть ҡалдыҡтары К. сеймалы булып тора. К. ваҡытында алынған сеймалдың молекулалары тарҡатылып (крекинг), кокс барлыҡҡа килгән тығыҙланыу...