Список материалов
ГАЗ КОНДЕНСАТЫ
ГАЗ КОНДЕНСАТЫ, тәбиғи углеводород газдарын сығарғанда газ ятҡылыҡтары ҡатламының баҫым һәм т‑раһы түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан шыйыҡ углеводородтар ҡатышмаһы. Тотороҡһоҙ (промысла шарттарында Г.к. ятыштарынан сығарыла) һәм тотороҡло (тотороҡһоҙ Г.к. еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы —...
ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР
ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, тулыландырылған полимерҙарҙың бер төрө. Полимер тәбиғәтенә ҡарап — газ м‑н тулыландырылған пластиктарға (йомоҡ күҙәүле пенопластар, поропластар, йәки тоташҡан күҙәүле поролондар) һәм резиналарға (көпшәк, йәки күҙәүле; ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар);...
ГАЗОЙЛЬ
ГАЗОЙЛЬ, нефть ҡыуғанда йәки уның ҡалдыҡтарын икенсел эшкәрт‑ кәндә барлыҡҡа килгән, 180—550°С т‑рала ҡайнап сығыусы фракция. Етештереү ысулдары б‑са атмосфера (tҡайнау270— 360°С; тура ҡыуыу) һәм вакуум Г. (tҡайнау350—550°С; 10— 15 кПа баҫым аҫтында ҡыуып етештерелә) төрҙәрен айыралар. Вакуум Г. гидрокрекинг...
ГАЛОГЕН-УГЛЕВОДОРОДТАР
ГАЛОГЕН‑УГЛЕВОДОРОДТАР (галогендар һәм углеводородтар), галоген алмаштырған углеводородтар, молекулаларында бер йәки бер нисә водород атомы галогенға алмаштырылған углеводородтар. Галоген атомдарының төрө (фторлы, бромлы, иодлы һәм хлорлы) һәм һаны (моно‑, ди‑, три‑ һ.б.), углеводород радикалы (алкил‑,...
ГАЛОГЕНДАР
ГАЛОГЕНДАР (гр. hals – тоҙ һәм …генез), Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VII төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары (фтор, хлор, бром, иод һәм астат). Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары...
ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ
ГАЛЬВАНИК ЭЛЕМЕНТ, окисланыу һәм кире ҡайтарылыу электрохимик процестарын айырмалы үткәреп электр энергияһы булдырыусы ҡоролма. Бер (беренсел элемент) һәм күп тапҡыр (ҡара: Аккумуляторҙар) разрядлы, реагенттарҙың өҙлөкһөҙ килеүендә эшләгән (яғыулыҡ элементы) Г.э. айырып йөрөтәләр. Электролит (к-та йәки...
ГАЛЬВАНОТЕХНИКА
ГАЛЬВАНОТЕХНИКА, ғәмәли электрохимияның металл һәм металл булмаған изделиеларҙың өҫкө йөҙөнә электролитик юл м‑н металл ултыртыу процестарын үҙ эсенә алған өлкәһе. Г. изделиеларҙың өҫкө йөҙөн йоҡа (5—50 мкм) металл м‑н ҡаплау (гальваностегия) һәм уларҙың аныҡ металл күсермәләрен (матрицаларын) алыу...
ГАН Тамара Оскаровна
ГАН Тамара Оскаровна (1.2.1950, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1992). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда (1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1992 й. башлап Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (1994 й....
ГЕОХИМИЯ
ГЕОХИМИЯ, Ерҙең химик төҙөлөшө, химик элементтарҙың геосферала таралыуы, күсеп йөрөүе (тупланыуы һәм тарҡалыуы) т‑дағы фән. Аналитик, физик, изотоп Г., биогеохимия, литосфера, гидросфера, атмосфера, метаморфизм, магматизм, мәғдән барлыҡҡа килеү, ландшафт Г. һ.б. айырыла. Химик элементтарҙың таралыуы...
ГЕРБИЦИДТАР
ГЕРБИЦИДТАР (лат. herba — үлән һәм caedo — үлтерәм), ҡый үләндәрен һ.б. кәрәкмәгән үҫемлектәрҙе бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән пестицидтар төркөмөнән химик препараттар. Г. ш. уҡ арборицидтарҙы (кәрәкмәгән ағас һәм ҡыуаҡтарҙы бөтөрөү өсөн) һәм альгицидтарҙы (ылымыҡтарға ҡаршы көрәшеү өсөн) индерәләр. Тотош...
ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР
ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР, герметиктар, агрегаттарҙа, приборҙарҙа, конструкцияларҙа, ш. иҫ. төҙөлөш конструкцияларында тоташҡан урындарҙы, йөйҙәрҙе тығыҙландырыу һәм ярыҡтарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланылған ҡуйырып ағыусы материалдар. Тәбиғи (битумдар, гудрондар нигеҙендә) һәм синтетик (полисульфидтар,...
ГИДРАЗИНДАР
ГИДРАЗИНДАР, гидразин молекулаһында (H2N—NH2) бер йәки бер нисә водород атомын R1, R2, R3, R4=H, Alk, Ar һ.б. алыштырып барлыҡҡа килгән R1R2N—NR3R4 дөйөм формулалы химик берләшмәләр. Органик булмаған (гидразоний сульфаттары, хлоридтары, тетрафторгидразин, карбазидтар) һәм органик; органиктарҙы алыштырыусылар...
ГИДРИРЛАУ
ГИДРИРЛАУ, гидрогенлау, органик берләшмәләрҙең молекулаларына водород ҡушылыуы. Башҡарылыу шарттары б-са — каталитик гомогенлы Г. (катализаторҙар – ҡайһы бер үҙгәреүсән металдар, уларҙың берләшмәләре) һәм гетерогенлы Г. (палладий, платина, никель, үҙгәреүсән металдарҙың ҡайһы бер оксидтары, сульфидтары...
ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ
ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ, файҙаланылған сеймалдың төрө б-са органик булмаған (цемент һәм балсыҡ нигеҙендә), органик (битумлы, битум-полимерлы; полиэтилен, поливинилхлорид нигеҙендә полимерлы; полиуретан ыҫмалалары һәм эпоксид ыҫмалалары), металл (цинкланған һәм цинкланмаған ҡорос, еҙ,...
ГИДРОКРЕКИНГ
ГИДРОКРЕКИНГ, ауыр нефть фракцияларын юғары парциаль водород баҫымы тәьҫирендә каталитик эшкәртеү. 360—450°С т‑рала һәм 5—20 МПа баҫым аҫтында алюмокобальт һәм алюмоникельмолибден, алюмоникельвольфрам катализаторҙары ярҙамында үткәрелә. Г. ваҡытында юғары молекуляр углеводородтар тарҡала, артабан барлыҡҡа...
ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ
ГИДРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гидро... һәм металлургия), металдарҙы мәғдәндән, концентраттарҙан һәм төрлө етештереү ҡалдыҡтарынан химик реагенттарҙың һыуҙағы эретмәләре ярҙамында (һуңынан был эретмәләрҙән уларҙы сығарыу) айырып алыу. Г. тиклем механик әҙерлек башҡарыла: мәғдәнде эшкәртеү (ваҡлау, он‑ тау, классификациялау)...
ГИЛЕВА Наталья Георгиевна
ГИЛЕВА Наталья Георгиевна (26.2.1956, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996—2008 йй. поликонденсация төркөмө етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре күләмле циклик тармҡалы полиариленфталидтар һәм поликетондарҙы тикшереүгә...
ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович
ГЛАДЫШЕВ Георгий Павлович (19.9.1936, Алма-Ата), физико-химик. Химия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). Фәнни хеҙмәттәре физик химия, химик технология, юғары молекулалы берләшмәләр химияһы, биол. һәм соц. термодинамика, физикохимик медицина һ.б. өлкәләрҙәге тикшеренеүҙәргә арналған. Г. тарафынан ҡатмарлы...
ГЛИКОЗИДТАР
ГЛИКОЗИДТАР, молекулалары углеводлы (гликозид) һәм углеводһыҙ (агликон) фрагменттарҙан торған органик берләшмәләр. Моно‑ йәки олигосахаридтарҙың циклик формала‑рының спирттар (фенолдар), тиолдар (ҡара: Меркаптандар) һәм аминдар м‑н конденсирланған продукттары булып тора; ярашлы рәүештә O‑, S‑, N‑Г....
ГЛИКОЛДӘР
ГЛИКОЛДӘР, д и о л д а р, ике атомлы спирттар. Түбән (моно‑, ди‑, три‑ этиленгликолдәр; 1,2‑ һәм 1,3‑пропиленгликолдәр һ.б.) һәм юғары (полиэтиленгликолдәр) Г. айыралар. Түбән Г. — төҫһөҙ, татлы, еҫһеҙ ҡуйы шыйыҡсалар, tҡайнау 190°С юғарыраҡ, tтуңыу ‒4°С түбәнерәк, һыу, альдегидтар, аминдар һ.б. м‑н...