Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОЗОН

ОЗОН (гр. телендә оzon — еҫле), О3, кислородтың аллотроп модификацияһы, газ (шыйыҡ хәлдә ҡарағусҡыл күк, ҡаты хәлдә шәмәхә‑күк төҫтә); tҡайнау—112°С; tиреү—192,6°С. Аҙ концентрацияла булғанда саф хуш еҫле, ҙур концентрацияла киҫкен еҫле, ағыулы, ПДК‑һы 0,16 мг/м3. Атмосферала кислород молекулаһы фотолитик...

ОКТАН ҺАНЫ

ОКТАН ҺАНЫ, бензиндарҙың детонацияға сыҙамлылығының н‑гептан м‑н эталон ҡатнашмаһында изооктандың күләменә тигеҙ (%‑ҙа) булған үлсәме, ул бер цилиндрлы ғәҙәти двигатель шарттарында детонация сыҙамлылығы б‑са һыналған бензинға эквива‑ лент була. Изооктандың детонацияға сыҙам булыуы шартлы рәүештә 100...

ОЛИГОМЕРҘАР

ОЛИГОМЕРҘАР (олиго... һәм гр. meјros — өлөш), молекула ҙурлығы б‑са мономерҙар һәм юғары молекулалы берләшмәләр араһында урынлашҡан гомологик рәттәр ағзаһы; мол. м. 103—104. Сығышына ҡарап тәбиғи һәм синтетик О. айыралар. Тәбиғәттә олигосахаридтар, битумдар компоненттары һ.б. сифатында осрай. Синтетик...

ОПТИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ОПТИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, матдәләрҙең сифат һәм һан составын билдәләгән алымдар йыйылмаһы. Асыҡлана торған матдәләрҙең эмиссия (эмиссион), йотоу (абсорбция), сағылдырыу, сәселеү һәм люминесценция спектрын ҡулланыуға нигеҙләнә. О.а.ы. тикшеренеү маҡсатына, анализланған матдәләрҙең үҙенсәлектәренә, тулҡындарҙың...

ОПТИК ЯҠТАН АКТИВ БЕРЛӘШМӘЛӘР

ОПТИК ЯҠТАН АКТИВ БЕРЛӘШМӘЛӘР, үҙҙәре аша үткән яҡтылыҡтың поляризация яҫылығын әйләндереүгә һәләтле матдәләр. Молекулаларҙың тәбиғи оптик яҡтан активлығының кәрәкле шарты булып хираллек тора (ҡара: Изомерҙар). Үҙәк (хираль үҙәк), аксиаль (хираль күсәр), планар (хираль яҫылыҡ) һәм спиралле (ҡапма‑ҡаршы...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—O—O—R’ булған химик берләшмәләр, бында R һәм R’ — органик булмаған радикалдар йәки атомдар. О.б.п. төп кластарына металдарҙың пероксидтары, гидропероксидтары, супероксидтар, озо‑ нидтар инә. R һәм R’ — органик булмаған к‑та ҡалдыҡтары йәки водород атомы...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ПОЛИМЕРҘАР, үҙ эсенә органик булмаған төп сылбырҙар алған полимерҙар. Тәбиғи (полифосфаттар, силикаттар, кремнезём, корунд, керамика, быяла, цемент, эзбиз; көкөрт, ҡыҙыл фосфор һәм углерод полимерҙары) һәм синтетик (кумулендар, карбин, полифосфонитрилхлорид), гомо‑ (электрофил һәм нуклеофил...

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ

ОРГАНИК БУЛМАҒАН ХИМИЯ, химик элементтарҙы һәм уларҙың берләшмәләрен (органик берләшмәләрҙән тыш) өйрәнгән фән. Хәҙ. О.б.х. төп бурыстары: ябай матдәләрҙең һәм уларҙың берләшмәләренең төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, үҙ‑ара бәйләнештәрен, химик реакцияларын өйрәнеү, уларҙы синтезлау һәм ныҡлы таҙартыу, органик...

ОРГАНИК БЫЯЛА

ОРГАНИК БЫЯЛА, органик полимерҙар нигеҙендә алынған, үтә күренмәле ҡаты материал (полиакрилаттар, полистирол, поликарбонаттар һ.б.). Күбеһенсә полиметилметакрилат нигеҙендәге (95%) табаҡлы материал (плексиглас, перспекс, кларекс) осрай. О.б. силикатлы быяланан сағыштырмаса юғары булмаған тығыҙлығы,...

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР

ОРГАНИК ПЕРОКСИДТАР, дөйөм формулаһы R—On—R’ булған химик берләшмәләр, органик алыштырыусылар йәки водород атомы м‑н бәйле 2—4 кислород атомынан торған сылбырҙы үҙ эсенә ала. Алыштырыусы төрөнә ҡарап (R, R") гидропероксидтар, пероксикислоталар, пероксиэфирҙар һ.б. айырыла. Гидропероксидтар, пероксинитраттар...

ОРГАНИК ХИМИЯ

ОРГАНИК ХИМИЯ, углеродтың башҡа элементтар (органик берләшмәләр) м‑н берләшеүен һәм уларҙың әүерелеш законлыҡтарын өйрәнгән фән. О.х. — хәҙ. химияның ҡыҫҡа бер бүлеге. Ул юғары молекуляр берләшмәләр химияһы м‑н тығыҙ бәйле. О.х. органик булмаған химия һәм биохимия сиктәрендә металорганик берләшмәләр...