Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭКСТРАГЕНТТАР

ЭКСТРАГЕНТТАР, экстракция өсөн һайланма эреткестәр. Э. нейтраль — алифатик спирттар, һыу, карбониллы берләшмәләр, нефть сульфоксидтары, фосфиноксидтар, фосфорорганик берләшмәләр, эфирҙар һ.б.; әсе — алкилфенолдар, нафтен, фосфорорганик, карбон кислоталары, сульфокислоталар, хелат барлыҡҡа килтергән...

ЭКСТРАКТИВ ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАУ

ЭКСТРАКТИВ ДИСТИЛЛЯЦИЯЛАУ, экстрактив ректификация, ҡайнау т‑раһы яҡын булған, сағыштырмаса түбән осоусан (азеотроп аналогы) компоненттарҙың углеводород ҡатышмаларын (башлыса газ) бүлеү процесы. Селектив эреткестә (ҡара: Экстрагенттар) компоненттарының төрлөсә эреүенә нигеҙләнә, унда уларҙың сағыш­тырмаса...

ЭКСТРАКЦИЯ

ЭКСТРАКЦИЯ, һайланма эреткестәр (экстрагенттар) ярҙамында шыйыҡ йәки ҡаты матдәнең ҡатышмаһын айырыу процесы. Ҡаты есемдән һыу м‑н Э. —һелтеһеҙләндереү. Экстрагент м‑н бүленә торған ҡатышманың үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә алынған матдә эреткескә күсә; яңынан барлыҡҡа килгән фазалар тондороу, фильтрлау,...

ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ

ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ, электр‑химик ҡайтарыу һөҙөмтәһендә электрод өҫтөндә фазаның барлыҡҡа килеүе. Ябай тоҙло һыу эретмәләренән металдарҙы (алтын, көмөш, баҡыр, ҡурғаш, кадмий, тимер, цинк, марганец һ.б.); юғары кире электрод потенциалы булған һыуһыҙ эретмәләрҙән йәки тоҙҙар иретмәһенән (алюмин,...

ЭЛЕКТРОХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ЭЛЕКТРОХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, электродтарҙа йәки электродтар араһындағы арауыҡта барған күренештәрҙе сифат һәм һан яғынан анализлау ысулдары йыйылмаһы. Электролизға нигеҙләнгән Э.а.ы.: гравиметрик электроанализ (төҫлө, ауыр һәм ҡайһы бер ҡара металдарҙы һан яғынан билдәләү һәм айырыу), эске электролиз...

ЭЛЕКТРОХИМИК АНЫҠ ЭШКӘРТЕҮ

ЭЛЕКТРОХИМИК АНЫҠ ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы электрохимик эшкәртеүҙең анод ысулы. Юғары тығыҙлыҡтағы даими йәки импульс тогының, деталь (анод) һәм инструмент (катод) араһындағы бәләкәй аралыҡ аша үтеп ингән электролит ағымының бер үк ваҡыттағы йоғонтоһо ваҡытында әҙерләмә материалының юғары тиҙлектә иреүенә...

ЭЛЕКТРОХИМИЯ

ЭЛЕКТРОХИМИЯ, физик химияның фазалар бүленеү сигендәге зарядланған өлөшсәләр (иондар, электрондар) ҡатнашҡан ионлы системаларҙы (эретмәләр, иретмәләр, ҡаты электролиттар) һәм процестарҙы өйрәнгән бүлеге. Теоретик Э. электролиттарҙың төҙөлөшө һәм уларҙың электр үткәреүсәнлеге, электрод м‑н эретмә араһындағы...

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, углерод — элемент химик бәйләнеше булған (углеродтың азот, галогендар, кислород, көкөрт м‑н ябай һәм теүәл бәйләнешле берләшмәлә­ренән тыш) органик берләшмәләр. Тәбиғәттә тимер‑(гемоглобин), магний‑порфирин (хлорофилл) берләшмәләр, нефттең металл‑порфирин комплекстары рәүешендә...

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР, мономер быуынында углеводород төркөмдәре һәм органик булмаған фрагменттар булған полимерҙар. Төп сылбырҙары — органик булмаған (органик төркөмдәр м‑н уратып алынған; полиорганосилазандар, ‑силоксандар, ‑фосфазендар һ.б.), органик булған (элементорганик төркөмдәр; полиалкиленсиландар...

ЭМУЛЬСИЯЛАР

ЭМУЛЬСИЯЛАР, ҡатышмай торған шыйыҡсаларҙың дисперслы системалары. Тәбиғәттә һөт, үҫемлектәрҙең һөт һымаҡ һуты (ҡара: Тәбиғи каучук), эшкәртелмәгән нефть рәүе­шендә осрай; ҡан, составына липосомалар һәм микроорганизмдар ингән системалар Э. яҡын тора. Поляр мөхиттә поляр булмаған шыйыҡсаның тамсылары...

ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ

ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ, йәбешкәк шыйыҡ елемдәрҙең бер төрө, иҫәпләү һәм идентификациялау маҡсатында культуралы үҫемлектәрҙең ҡоротҡос бөжәктәрен тотоу һәм теркәү өсөн файҙаланыла. Бөжәк тотоу елемдәренең нигеҙе сифатында сайыр, терпендар, нефть ыҫмалалары, тәбиғи ыҫмалалар һ.б. йәбешкәк материалдар ҡулланыла....

ЭПОКСИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

ЭПОКСИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, составында глицидил (бифункциональ молекулаларҙың остарында урынлашҡан) йәки эпоксид (олигомер сылбырҙар йәки циклдар составында) төркөмдәре 2‑нән кәм булмаған мономерҙар һәм олигомерҙар. Түбән (350 — 450), уртаса (500 — 1000), юғары (1000 — 3500) молекуляр; баштағы сеймалы б‑са...

ЭРЕТКЕСТӘР

ЭРЕТКЕСТӘР, матдәләрҙе иретеү, 2 йәки унан күберәк компоненттарҙан бер төрлө системалар булдырыу һәләтенә эйә булған индивидуаль химик берләшмәләр йәки уларҙың ҡатышмаһы. “Шыйыҡса—газ” һәм “шыйыҡса—ҡаты есем” ҡатышмалары өсөн Э. — шыйыҡса, 2 һәм күп компонентлы Э. өсөн — башҡаларынан күберәк миҡдарҙағы...

ЭТАНОЛАМИНДАР

ЭТАНОЛАМИНДАР, дөйөм формулаһы RR’NCH2CH2OH [R=R’=H — моноэтаноламин (2‑аминоэтанол, этаноламин, коламин), R=H,R’=CН2СН2ОН — диэтаноламин (иминодиэтанол), R= =R’=CH2CH2••OH — триэтаноламин (нитрилотриэтанол)] булған амин спирттары. Ҡайһы бер Э. (моноэтаноламин) һәм уларҙың сығарылмалары (мәҫ., холин)...

ЭТИЛ СПИРТЫ

ЭТИЛ СПИРТЫ, этанол, С2Н5ОН, бер атомлы алифатик спирт. Хайуандарҙың һәм кешеләрҙең туҡымалары, ҡаны составында бар; әсегән емеш һәм еләктәрҙә барлыҡҡа килгән углеводтарҙың спиртлы әсеү продукты. Яна торған үҙенсәлекле еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү — 114,15°С, tҡайнау 78,39°С, тығыҙлығы 794 кг/м3, үҙенән‑үҙе...

ЭТИЛЕНДИАМИН

ЭТИЛЕНДИАМИН, 1,2‑диаминоэтан, Н2NC2Н4NH2, алифатик амин. Аммиак еҫле, һауала төтәгән төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 10,9°С, tҡайнау 117°С, тығыҙлығы 899 кг/м3; һауа м‑н ҡу­шылмаһының шартлау сиге күләмгә 3,82 — 19,6%, үҙенән‑үҙе янып китеү т‑раһы 403°С. Һыуҙа, спиртта, ацетонда эрей, эфирҙа — сикле эрей, углеводородтарҙа...

ЭФИР МАЙҘАРЫ

ЭФИР МАЙҘАРЫ, эфир майлы үҫемлектәр тарафынан бүлеп сығарылған осоусан органик берләшмәләр (ирекле хәлдә йәки гликозидтар рәүешендә) ҡатышмаһы. Төп компоненттары — терпендар һәм терпеноидтар, алифатик (альдегидтар, кетондар, лактондар, органик к‑талар, спирттар, углеводородтар, фенолдар, эфирҙар һ.б.)...

ЭФИРҘАР

ЭФИРҘАР, кислородлы органик берләшмәләр. Ябай (молекулаларҙа 2 углеводород радикалы кислород атомы м‑н бәйләнгән) һәм ҡатмарлы (минераль йәки карбон кислоталарында гидроксил төркөмдәренең водород атомдарын углеводород радикалдарына алмаштырыу продукттары) Э. айырыла. Тәбиғәттә ҡатмарлы Э. балауыҙ, май,...