Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФЕНОЛДАР

ФЕНОЛДАР, молекулаларында ароматлы ҡулса атомдары м‑н бәйләнгән бер йәки бер нисә гидроксил төркөм булған ароматик берләшмәләр. Гидроксил төркөм һаны б‑са бер‑ (фенол, крезол, ксиленол), ике‑ (пирокатехин, резорцин, гидрохинон), өс‑ (пирогаллол, флороглюцин, оксигидрохинон) һәм күп атомлыларға бүленә....

ФЕРОМОНДАР

ФЕРОМОНДАР, биологик актив матдәләр, хайуандарҙың махсус биҙҙәре тарафынан тирә‑яҡ мөхиткә бүлеп сығарыла һәм ш. уҡ (ҡайһы берҙә ҡәрҙәш) биол. төр заттарына хас холоҡто йәки үҫеш процесын барлыҡҡа килтерә. Енес (аттрактанттар һәм афродизиактар; күберәк өйрәнелгән), аҙыҡ, агрегацион, хәүеф, эҙ, соц....

ФИЗИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ

ФИЗИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, нурланыштың (квант йәки бөртөктәр ағымы) матдә м‑н тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән эффектты (сигнал) үлсәүгә нигеҙләнгән. Сигнал дәүмәлен үлсәү һөҙөмтәләре б‑са статистик эшкәртеп асыҡланған компоненттарҙың концентрацияһы һәм массаһы м‑н бәйле аналитик сигнал алына....

ФИЗИК ХИМИЯ

ФИЗИК ХИМИЯ, химик процестар үтеү законлыҡтарын физиканың фундаменталь принциптары, теоретик һәм эксперименталь ысулдарына нигеҙләнеп аңлатҡан фән. Квант механикаһы, статистик физика һәм термодинамика, һыҙыҡлы булмаған динамика, химия физикаһы һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Ф.х. матдәләр төҙөлөшө т‑дағы тәғлимәтте,...

ФИЗИК‑ХИМИК АНАЛИЗ

ФИЗИК‑ХИМИК АНАЛИЗ, химик әүерелештәрҙе бер нисә компоненттан (уларҙы айырмайынса) торған системаларҙа (башлыса тиң булған) химик составына, компоненттарҙың бер‑береһе м‑н тәьҫир итешеүенә, фазаларҙың һ.б. тәбиғәтенә һәм йәшәү сиктәренә бәйле өйрәнеү ысулы. Ф.‑х.а. төп бурысы — “состав—үҙенсәлек” (“состав—температуpa”,...

ФЛАВОНОИДТАР

ФЛАВОНОИДТАР, биологик актив матдәләр, үҫемлек пигменттары, бензо‑γ‑пиран сығарылмалары. Молекулаларында 2 бензол ҡулсаһы бер‑береһенә пропан гетероциклик кислородлы фрагмент (фенилпропан каркасы С6—С3—С6) м‑н бәйләнгән фенол берләшмәләре. 1000‑дән ашыу Ф. билдәле, үҫемлектәрҙә киң таралған, ҡайһы берҙә...

ФЛОТАЦИЯ

ФЛОТАЦИЯ (фр. flottation), суспензияларҙан ваҡ ҡаты өлөштәрҙе бүлеү, эмульсияларҙан дисперслы фаза тамсыларын айырып алыу. Өлөшсәләрҙең (тамсыларҙың) шыйыҡса м‑н еүешләнеүсәнлегенең төрлөлөгөнә һәм уларҙың фаза бүлеге сиктәрендә тупланыуына нигеҙләнгән. Фаза‑ара сиктәр барлыҡҡа килеү механизмына бәйле...

ФЛУОРЕСЦЕНТ АНАЛИЗ

ФЛУОРЕСЦЕНТ АНАЛИЗ, флуоресценция күренешенә (ҡара: Люминесценция) нигеҙләнгән анализ ысулы. УФ‑нурланыш (сығанаҡтары — кварцлы газ разрядлы терегөмөш йәки ксенон лампалары, УФ‑лазерҙар) м‑н ярһытылған тикшерелгән матдәнең фотолюминесценцияһы визуаль, фотографик йәки фотоэлектрон приёмник ярҙамында...

ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

ФОРМАЛЬДЕГИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, формальдегид нигеҙендәге олигомер продукттар. Икенсе компонент тибына бәйле амин-(амид)‑, (анилин‑, гуанамин‑, дициандиамид‑, меламин‑, мочевина‑) һәм фенол‑ (саф фенол‑, ш. уҡ крезол‑, резорцин‑); ш. уҡ ҡатнаш (гуанамин-мочевина‑, гуанамин-меламин‑, фенол‑анилин-, фенол-ксиленол‑,...

ФОСФОГИПС

ФОСФОГИПС, дигидрат ысулы м‑н етештерелгән экстракцион фосфор кислотаһы ҡалдығы. Апатиттар һәм фосфориттарҙы тарҡалмаған фосфаттар, фосфор к‑таһы, балсыҡлы һәм һыуҙа эреүсән фторлы берләшмәләр, ауыр металдар ҡушылмалары м‑н көкөрт к‑таһында тарҡатҡанда барлыҡҡа килгән көлһыу аҡ төҫтәге онтаҡ (к‑таның...

ФОСФОР

ФОСФОР (Phosphorus), P, Д.И. Менделеев периодик системаһының V төркөм химик элементы. Тотороҡло изотобыбар. Тәбиғәттә фосфаттар сифатында осрай (200‑гә яҡын минерал). Аҡ, ҡыҙыл (уртаса тотороҡло; диэлектриктар), ҡара (тотороҡло; ярым үткәргес, 8,6•1010 Па юғарыраҡ баҫымда — үткәргес, 4,7—10 К түбәнерәк...

ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ

ФОСФОР КИСЛОТАЛАРЫ, +1-ҙән алып +5‑кә тиклем окисланған дәрәжәле фосфорҙың кислородлы к‑талары. XYP(O) OH (X, Y — кислород, фосфор, водород атомдары йәки органик радикал) структура берәмектәренән тора (ҡара: Фосфорорганик берләшмәләр). Уларға ш. уҡ юғары фосфор к‑талары инә (ҡара: Органик булмаған пероксидтар)....

ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР

ФОТОРЕДУКЦИЯЛАУСЫ ПЛЁНКАЛАР, УФ‑нурланышты инфраҡыҙылға әйләндереү өсөн люминофорлы полимер плёнкалар (ҡара: Полимерҙарға химикат‑өҫтәмәләр, Люминесценция). Фотосинтез тиҙлеге йәшел төҫкә төшөүсе яҡтылыҡ тулҡынының оҙонлоғона бәйле булғанға, әүерелгән нурланыштың өҫтәмә миҡдары (иң юғары эффект 600—...

ФОТОХИМИЯ

ФОТОХИМИЯ, химияның матдәләрҙең яҡын УФ (яҡынса 100—400 нм) һәм инфраҡыҙыл (0,8—1,5 мкм), күренгән (400—800 нм) нурҙарҙы йотҡандағы әүерелеүҙәрен өйрәнгән бүлеге. Оптика, фотофизика, химик кинетика, квант химияһы, молекулаларҙың төҙөлөшө теорияһы һәм физик химияның башҡа бүлектәре м‑н тығыҙ бәйле. Бәләкәй...

ФУЛЛЕРЕНДАР

ФУЛЛЕРЕНДАР, углеродтың Сn дөйөм формулалы аллотроп модификацияһы. Шунгитта табылған (1•10-3%). Өсләтә координацияланған йоп һанлы атомлы 5 (пентагон) йәки 6 (гексагон) быуынлы ҡулсаларҙан торған ябыҡ күпҡыр (сфероидтар) сифатындағы ҡыуыш эсле молекулалар. Тотороҡлолоғо төҙөлөшөнә бәйле. С60 Ф. (20...