Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НАФТАЛИН

НАФТАЛИН (гр. naphtha — нефть), ароматик углеводород. Таш күмер ыҫмалаһы (8—10%) һәм нефть (6— 7%) составына инә. Төҫһөҙ, үҙенсәлекле еҫле, пластинка рәүешендәге кристалдар, тығыҙлығы 1151,7 кг/м3, tиреү 80,3°С, tҡайнау 218°С, тоҡаныу концентрацияһы 1,7—8,2%, осоусан (50°С т‑рала сублимациялана), һыуҙа...

НАФТЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ

НАФТЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ, н а ф т е н д а р, нефть составындағы циклопентан һәм циклогексан рәтенән туйындырылған алициклик берләшмәләр, ш. уҡ ҡатмарлыраҡ би‑ һәм полициклик углеводородтар. Моноциклик Н.у. — циклоалкандар. Полициклик Н.у. — аралаш тармаҡланған (адамантан, стероидтар, терпендар), изолирланған...

НЕФТЕХИМ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ

НЕФТЕХИМ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Нефть, тәбиғи газ табыу, ташыу һәм эшкәртеү ваҡытында ҡулланылған химик продукттарҙы эшкәртә, производствоға индерә, күп күләмләп етештерә һәм улар м‑н һатыу итә; ҡоролмаларҙы проектлай, монтажлай һ.б. Өфөлә урынлашҡан. Составына проект‑конструкторлыҡ бүлеге, тәж.‑эксперименталь,...

НЕФТЕХИМИЯ СИНТЕЗЫ

НЕФТЕХИМИЯ СИНТЕЗЫ, нефть углеводородтары һәм углеводород газдар нигеҙендә ҙур күләмдә органик һәм органик булмаған сеймал етештереү. Сәнәғәттә Н.с. юлы м‑н 5 меңдән ашыу химик продукттар алына: бутил спирттары, химик сүстәр, синтетик каучуктар, метил спирты, поливинилхлорид, полипропилен, сополимерҙар...

НЕФТТЕ ҺЫУҘАН ҺӘМ ТОҘҘАРҘАН АЙЫРЫУ

НЕФТТЕ ҺЫУҘАН ҺӘМ ТОҘҘАРҘАН АЙЫРЫУ, нефтте һыу, минераль тоҙҙар һәм механик ҡушылмаларҙан таҙартыу юлы м‑н уны артабан эшкәртеүгә әҙерләү. Ер аҫты ҡатламдары һыуҙары (массаһы б‑са 1‑ҙән кәмерәктән 80—90%‑ҡа тиклем) сығарылған нефттә эмульсия рәүешендә була. Уларҙың барлыҡҡа килеүенә һәм стабилләштереүенә...

НЕФТТЕҢ АЗОТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ АЗОТОРГАНИК БЕР- ЛӘШМӘЛӘРЕ, нефть составындағы бер, hирәгерәк 2 hәм унан да күберәк азот атомы булған органик берләшмәләр. Н.а.б. нейтраль (пирролдың бензол сығарылмалары),__ hелтеле (пиридин hәм уның сығарылмалары), аҙ hелтеле (амидтар, лактамдар) hәм металлы порфириндарға айыралар. Бөтә нефттәрҙә...

НЕФТТЕҢ КИСЛОРОДОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ, порфирин молекулаһының N—H группаһында бер йәки ике водород атомын металл катионына алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән берләшмәләр. Пирролдың дүрт порфин ҡулсаһынан төҙөлгән структураһы пор‑ фирин молекулаһының нигеҙе булып тора. Тәбиғи порфириндар алмаштырыусылары...

НЕФТТЕҢ КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, нефттә булған (0,01—10%) көкөрторганик берләшмәләр. Меркаптандарҙан, сульфидтарҙан, тиаарендарҙан, ҡуйыртылған гетероциклик берләшмәләрҙән һ.б. тора. Дарыуҙар, эластомерҙар, эреткестәр, экстрагенттар, пестицидтар, мал аҙығына өҫтәмәләр һ.б. етештереү өсөн ҡулланыла....

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ, порфирин молекулаһының N—H группаһында бер йәки ике водород атомын металл катионына алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән берләшмәләр. Пирролдың дүрт порфин ҡулсаһынан төҙөлгән структураһы порфирин молекулаһының нигеҙе булып тора. Тәбиғи порфириндар алмаштырыусылары...

НЕФТЬ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

НЕФТЬ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, нефть сығарыу, эшкәртеү, нефтехимия, газ сәнәғәттәре өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы; проф. һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Н.б.б.б. 1932 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Көнсығыш нефть техникумы (Стәрлетамаҡ нефть техникумы итеп үҙгәртелгән,...

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫ

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫ, нефтте, газ конденсатын һәм углеводород газдарын эшкәртеү процесында йәки нефть фракцияларын һәм уларҙың компоненттарын компаундлағанда (ҡатыштырыу) алынған углеводород ҡатышмалары һәм индивидуаль химик берләшмәләр. Н.п. төркөмдәргә бүләләр: яғыулыҡтар (углеводород газдар, бензин,...

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ТАҘАРТЫУ

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ТАҘАРТЫУ, нефть продукттарынан (дистилляттарҙы һәм нефть ҡыуыу ҡалдыҡтарын) көкөрт һәм азот берләшмәләрен, асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләрҙе һ.б яғыулыҡ һәм майҙарҙың эксплуатация үҙенсәлектәрен насарайтҡан компоненттарҙы алыу. Сәнәғәттә химик, физик‑химик һәм каталитик ысулдар ҡулланалар....

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫНЫҢ ХИМИК СОСТАВЫ

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫНЫҢ ХИМИК СОСТАВЫ. Нефть продукттарының сифатын, эксплуатация һәм һаҡлау шарттарын билдәләгән элемент, төркөм һәм индивидуаль составтары айырыла. Нефть продукттарының төп элементтары булып углерод (83—90% һәм унан юғарыраҡ), водород (8—15%), көкөрт (0,01—7,5; бензиндә 0—1,8; дизель...

НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ

НЕФТЬ ХИМИЯҺЫ, химияның нефть берләшмәләренең, уларҙың ҡатнашмаларының составтарын, үҙенсәлектәрен һәм химик үҙгәрештәрен, эшкәртеү процестарын өйрәнгән өлкәһе. Н.х. төп бурыстары — нефть т‑да белешмәләр банкы булдырыу, нефтте рациональ эшкәртеү юлдарын билдәләү маҡсатында углеводородтарҙың, гетероатомлы...

НЕФТЬ ЫҪМАЛАЛАРЫ

НЕФТЬ ЫҪМАЛАЛАРЫ, туйындырылған углеводородтарҙа эрей торған, түбән т‑раларҙа ҡайнаған юғары молекуляр гетероатомлы нефть компоненттары (массаһы б‑са 1—20%). Ҡара йәки көрән төҫтәге насар осҡан ҡаты йәки ныҡ йәбешкәк аморф матдәләр; уртаса мол. м. 400—1500; инерт атмосферала йомшарыу т‑раһы 35—90°С;...

НИТРАТЛАШТЫРЫУ

НИТРАТЛАШТЫРЫУ, органик берләшмәләр молекулаларына нитратлаштырыу агенттары ҡулланып NO2 нитротөркөмөн индереү. Тура Н. (водород атомын алмаштырыу), нитротөркөмдә икеләтә бәйләнешкә ҡушып алмашлы Н. (сульфо‑, диазо‑ һ.б. функциональ төркөмдәрҙе алмаштырып) айыралар. Электрофил (нитроний катионы м‑н),...

НУРҒӘЛИЕВА Мәрйәм Ноғман ҡыҙы

НУРҒӘЛИЕВА Мәрйәм Ноғоман ҡыҙы (20.3.1916, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Йомран а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Йомран а., — 31.10. 2003, Мәскәү), химик, педагог‑методист. Химия ф. канд. (1942). Урта Азия ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1938) Үзбәк ССР‑ы ХКС‑ы эргәһендәге Фәндәр ком‑тында, 1939...