Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ

КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ, телевизион сигналды ҡабул иткән, эшкәртеүҙе һәм элемтә кабеле линиялары б‑са абонентҡа еткереүҙе тәьмин иткән техник саралар комплексы. Сигнал К.т. төп станцияһынан эре бүлеү пункттарына (узелдарына) тиклем оптик кабель б‑са тапшырыла, унан һуң электрон формаға әйләндерелә һәм...

КАКАЧ Садик

КАКАЧ Садик (1.10.1932, Корум ҡ., Төркиә), физик. Филос. д‑ры (1965). БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Истанбул техник ун‑тын (1955), Массачусетс технологик ин‑тын (Кембридж ҡ., 1960), Манчестер ун‑тын (1965) тамамлаған. 1960—82 йй. Анкарала (Төркиә) эшләй: 1961—62 һәм 1968—70 йй. инженерлыҡ механикаһы...

КАНАТ, арҡан

КАНАТ, арҡан, ҡорос сымдарҙан, ептәрҙән, үҫемлек сүстәренән, синтетик йәки минераль сығышлы сүстәрҙән яһалған һығылмалы изделие. Яһау ысулы б‑са ишелгән (сиратылған), ишелмәгән, үрелгән К. бүленә. Металл (ҡорос) К. түңәрәк йәки фасон (алты ҡырлы, тура мөйөшлө, квадрат) киҫелешле сымдарҙан эшләнә. Ишелгән...

КАРБИДТАР

КАРБИДТАР (лат. carbo — күмер), углеродтың металдар һәм ҡайһы бер металл булмаған матдәләр м‑н берләшмәләре. Атомдар араһындағы химик бәйләнештәрҙең төрө б‑са ионлы, ковалентлы һәм металға оҡшаш К. айыралар. К. элементтарҙың вакуумда йәки тергеҙеүсе мөхиттәрҙә һ.б. углерод йәки углеродлы газдар м‑н...

КӘЛИЕВ Ибрагим Адиетович

КӘЛИЕВ Ибраһим Әҙиәт улы (11.10.1959, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Бударин ҡсб), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2010). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) РФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.), бер үк ваҡытта Новосибирск ун‑тында һәм...

КӘРӘҘЛЕ ЭЛЕМТӘ

КӘРӘҘЛЕ ЭЛЕМТӘ, хәрәкәтсән ике яҡлы радиоэлемтәнең бер төрө. К.э. телефон элемтәһе, Интернетҡа инеү, мәғлүмәт тапшырыу һ.б. мөмкинлектәрҙе бирә. К.э. ойоштороу принцибы төрлө операторҙар үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткән терр‑яны бер‑береһе м‑н бәйләнгән, бер‑береһен өлөшләтә ҡаплаған участкаларға (кәрәҙҙәргә)...

КӘРИМОВ Нәзиф Хәниф улы

КӘРИМОВ Нәзиф Хәниф улы [12.10.1931, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Ерекле а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 16.1.2005, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1986), проф. (1992). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1980), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1953) “Актюбнефть” тресында, 1962 й. алып...

КЕРАМИКА

КЕРАМИКА (гр. keramike — көршәк яһау сәнғәте), балсыҡтарҙы һәм уларҙың минераль өҫтәмәләр, ш. уҡ металл оксидтары һ.б. органик булмаған берләшмәләр м‑н ҡатышмаларын яндырып уҡмаштырылған әйберҙәр һәм материалдар. Балсыҡтың һығылмалығы боронғо замандан уҡ билдәле. Тәүҙә К. төп төрө һауыт-һаба булған....

КИРЕ МӘСЬӘЛӘ

КИРЕ МӘСЬӘЛӘ, сығарылышы т‑да бирелгән мәғлүмәттәрҙән сығып абстракт оператор тигеҙләмәһен эҙләп табыу б‑са матем. мәсьәлә. К.м. тигеҙләмәнең сығарылышын йәки уның т‑дағы ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе күрһәткән тура мәсьәләнән айырмалы рәүештә тигеҙләмә (тигеҙләмәләр системаһы, ос шарттары) билдәләнә. К.м. физика,...

КОЛОВЕРТНОВ Юрий Денисович

КОЛОВЕРТНОВ Юрий Денисович (10.3.1937, Мирзоян ҡ., Ҡаҙағстан — 27.1.2002, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры һәм проф. (1990). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1974), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1982). ӨНИ‑не тамамлағандан...

КОМЕТАЛАР

КОМЕТАЛАР (гр. kometes — оҙон сәсле), Ҡояш системаһының ныҡ һуҙылған орбиталары буйлап хәрәкәт итеүсе күк есемдәре. Үҙәгендә төйөрө (ядро) булған аҙ ғына яҡтыртыусы томанлы объект күренешендә булалар. К. ядроһы — туңған һыуҙан, углеродлы газдан, метан һәм аммиактан, туҙан өлөшсәләренән һәм ташлы матдәләрҙән...

КОМПЛЕКСЛЫ ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ

КОМПЛЕКСЛЫ ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ, билдәләнеү өлкәһе булып комплекслы Евклид арауығы яҫылығының билдәһеҙ нөктәләр күмәклеге торған функцияларҙы (киң мәғәнәлә), бер йәки күп комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең аналитик функцияларын (тар мәғәнәлә) өйрәнгән математика бүлеге. Теорияның матем. аппараты...

КОМПРЕССОР

КОМПРЕССОР, һауаны һәм газдарҙы ҡыҫыу машинаһы, һауа өрҙөргөс машинаның бер төрө. Эшләү принцибы һәм төҙөлөшө б‑са күләмле (ҡыҫыу процесы сикләнгән күләмде кәметеү ваҡытында барлыҡҡа килгән поршенлы, винтлы, ротацион) һәм көрәкле К. (ҡыҫыу әйләнеп торған көрәксәләр ярҙамында башҡарылған үҙәктән ҡыуыу,...

КОМПЬЮТЕР

КОМПЬЮТЕР (ингл. сomputer, лат. сomputо — һанайым, иҫәпләйем), электрон хисаплау машинаһы, мәғлүмәтте алыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм тапшырыу өсөн автоматик ҡоролма. Программалау һәм техник саралар комплексы. Процессорҙан, мәғлүмәтте индереү (клавиатура, коммуникация порты һ.б.) һәм сығарыу (дисплей, принтер...

КОНДРАШЕВ Олег Фёдорович

КОНДРАШЕВ Олег Фёдорович (27.2.1949, Порт-Артур ҡ., Ҡытай), физик. Техник ф. д‑ры (2005). Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге дисперслы системаларҙың һәм нефть ҡатламының физик-химик механикаһына арналған. К. тарафынан ҡатлаулы флюидтарҙың тоҡомдар м‑н...

КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, көс йөкләнештәрен ҡабул иткән конструкцияларҙың деталдәрен яһау өсөн ҡулланылған материалдар. Композицион материалдарға, металл (интерметаллидтар, металдар һәм иретмәләр), металл булмаған: органик (нигеҙенә тәбиғи һәм яһалма сығышлы углеводород берләшмәләре инә) һәм органик...

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР, коррозиялаусы мөхит м‑н химик йәки электрохимик тәьҫир итешеү ваҡытында тарҡалыуға тотороҡло материалдар. К.с.м. сәнәғәттең бөтә тармаҡтарында һауала, окисланған һәм нейтраль мөхиттәрҙә сыҙамлы деталдәр, быуындар, аппараттар һәм конструкциялар яһау өсөн, футеровкалаусы...

КОСМОГОНИЯ

КОСМОГОНИЯ (гр. kosmogonia — донъяның барлыҡҡа килеүе), астрономия бүлеге, Ғаләмдең — галактикаларҙың, йондоҙҙарҙың, Ҡояш системаһының (Ҡояш, планеталар, уларҙың юлдаштары, астероидтар, кометалар, метеориттар) һ.б. барлыҡҡа килеүен һәм эволюцияһын өйрәнә. К., космология кеүек үк, философия м‑н тығыҙ...

КОСМОЛОГИЯ

КОСМОЛОГИЯ (космос һәм ...логия), астрономия бүлеге, Ғаләмдең дөйөм үҙенсәлектәрен өйрәнә. Боронғо космологик тәғлимәттәр башлыса һүрәтле моделдәр һәм мифтар була. Хәҙ. К. бөтә Ғаләмдең үҙенсәлектәрен бер ни тиклем аңлауҙы үҙ эсенә алған Метагалактика төҙөлөшө һәм үҙгәреү динамикаһының астрофизик теорияһы...

КОСМОНАВТИКА

КОСМОНАВТИКА (космос һәм nautikḗ — диңгеҙҙә йөҙөү, караптар йөрөтөү сәнғәте), йыһан арауығында осоу; фән һәм техниканың йыһанды, Ерҙән ситтә булған объекттарҙы төрлө йыһанда осоу аппараттарын файҙаланып үҙләштереүҙе тәьмин иткән тармаҡтары. Башҡортостанда К. өлкәһендәге фәнни‑техник эштәр ғилми‑тикшеренеү...