Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ

ОНТАҠ МЕТАЛЛУРГИЯҺЫ, металдар онтағын, иретмәләрҙе һәм химик берләшмәләрҙе, уларҙан яһалған ярым фабрикаттарҙы һәм изделиеларҙы йәки уларҙың металл булмаған онтаҡтар м‑н ҡатышмалаларын төп компонентты иретмәйенсә етештереү. О.м. технологияһы түбәндәге төп стадияларҙы үҙ эсенә ала: тәүге онтаҡтарҙы алыу...

ОПТИК ПРИБОРҘАР

ОПТИК ПРИБОРҘАР, яҡтылыҡты теркәү, анализлау, әүерелдереү һәм нурландырыу йәки ошо функцияларҙы комбинациялау өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдар. Тәғәйенләнеше б‑са астрономия‑геодезия, мәғлүмәт‑үлсәү, медицина, оптик‑физик һ.б. төрҙәрен айыралар. О.п. объект һүрәтенең сифатын яҡшыртыу, уны ҙурайтыу, бәләкәйләтеү...

ОПТИК ЭЛЕМТӘ

ОПТИК ЭЛЕМТӘ, оптик диапазондағы электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында, ғәҙәттә, лазер ҡулланып башҡарылған элемтә. Асыҡ (Ер эргәһендәге йәки йыһан арауығында эшләгән) һәм ябыҡ (сүсле‑оптик элемтә линиялары) О.э. системаларын айыралар. О.э. системалары мәғлүмәтте ҙур тиҙлектә һәм йәшерен тапшырыуҙы тәьмин...

ОПТИКА

ОПТИКА (гр. optikē) , физиканың яҡтылыҡ тәбиғәтен, уның төрлө мөхиттәрҙә таралыуын һәм матдә м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнгән бүлеге. Төп бүлектәре: геом. (яҡтылыҡ оптик яҡтан бер төрлө мөхит эсендә тура һыҙыҡ б‑са тарала, оптик үҙенсәлектәре төрлө булған мөхиттәрҙең сигендә һына һәм сағыла торған нурҙарҙан...

ОПТИМИЗАЦИЯ МӘСЬӘЛӘҺЕ

ОПТИМИЗАЦИЯ МӘСЬӘЛӘҺЕ, һыҙыҡлы, нормалаштырылған йәки топологик булған Х арауығында билдәләнгән ниндәйҙер маҡсатлы J (u) функционалының u∈U∈X сикләнеүендә (бында U – элементтарҙың билдәләнеү өлкәһе) экстремумын эҙләп табыуға ҡоролған матем. мәсьәлә. Локаль һәм глобаль, ҡағиҙәләргә ярашлы һәм ярашлы...

ОРГТЕХНИКА

ОРГТЕХНИКА, идара итеү һәм инженер‑техник эштәрҙе механизациялау һәм автоматлаштырыу өсөн техник саралар комплексы. О. сараларына авторучкалар, диктофондар, коммуникация (телефон, факсимиль аппараттары), электрон (компьютер), баҫыу (яҙыу машинкалары, принтерҙар), ҡабатлау (копир аппараттары, сканерҙар)...

ОСРАҠЛЫ ПРОЦЕСС

ОСРАҠЛЫ ПРОЦЕСС (ихтимал, йәки стохастик), ваҡыт үтеү м‑н ниндәй ҙә булһа бер системаның торошо ихтималлыҡ законлыҡтарына ярашлы үҙгәреүе процесы. Гаусстың, Марктың О.п., стационар О.п. һ.б. айыралар. Төп бурыстары – О.п. ҡиммәттәрен прогнозлау һәм интерполяциялау, төрлө үҙгәртеүҙәрҙе өйрәнеү, процестарҙың...