Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАФИЗОВ Айрат Рим улы

ХАФИЗОВ Айрат Рим улы (5.1.1957, БАССР-ҙың Илеш р-ны Үрге Маншыр а.), тау инженеры. Техник ф. д-ры (1998), проф. (1999). РФ-тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм-ре (1998). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй: 1999 й. алып тау-нефть ф-ты деканы, 2016 й. — нефть һәм газ скважиналарын быраулау каф....

ХӘСӘНОВ Зимфир Мәхмүт улы

ХӘСӘНОВ Зимфир Мәхмүт улы (2.11.1961, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Күсәрбай а.), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (2010). РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1990). Велосипед спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1980). Новосибирск электротехника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ӨДАТУ‑ла эшләй, бер...

ХӘСӘНОВ Илмир Йосоп улы

ХӘСӘНОВ Илмир Йосоп улы (8.1. 1942, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Оло Кәркәле а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Арлан район нефть ҡыуыу идаралығында (Ҡалтасы р‑ны Күтәрем а.), 1968 й. алып Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу,...

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ, кешеләргә травма йәки һаулыҡтың ҡапыл насарланыуына килтергән производство факторҙарын булдырмау ысулдары һәм саралары йыйылмаһы. Х.т. ойоштороу сараларына (инструктаж үткәреү, хәүефһеҙ эшләү, зыян күргән кешеләргә беренсе ярҙам күрһәтеү ысулдарына өйрәтеү; хәүефле производство...

ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ

ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ, хеҙмәт итеү процесында хеҙм-рҙәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау системаһы; хоҡуҡи, соц.-иҡт., ойоштороу, техник, санитария-гигиена, дауалау-иҫкәртеү, реабилитациялау сараларын һ.б. үҙ эсенә ала. Х.һ. хәүефһеҙлек техникаһы, хеҙмәт гигиенаһы, хеҙмәтте фәнни яҡтан ойоштороу һ.б. айырыла....

ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ

ХИМИЯ РЕАКТОРҘАРЫ, химик реакциялар башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән сәнәғәт аппараттары. Гидродинамик үҙенсәлектәре б-са идеаль ҡатыштырыусы, ҡыҫырыҡлаусы, диф­фузиялы, ячейкалы, ҡатнаш Х.р.; энергетик үҙенсәлектәре б-са – адиабатик, изотермик һәм политроп; технологик үҙенсәлектәре б-са – бер фазалы һәм...

ХИСАПЛАУ МАТЕМАТИКАҺЫ

ХИСАПЛАУ МАТЕМАТИКАҺЫ, математиканың хисаплауҙар башҡарыу һәм электрон хисаплау машиналарын ҡулланыу м-н бәйле мәсьәләләрен өйрәнгән бүлеге. Процестарҙың, күренеш һәм объекттарҙың (физик, иҡт., соц. һ.б.) матем. моделдәрен анализлауҙы; төрлө матем. мәсьәләләрҙе сисеү ысулдарын һәм алгоритмдарын эшләүҙе,...

ХОНИНГЫЛАУ

ХОНИНГЫЛАУ (ингл. honing), металдарҙы ваҡ бөртөклө абразив йәки алмаслы ҡатламы булған металл ҡайраҡтар ярҙамында станоктарҙа ҡырҡыу юлы м-н эшкәртеү, абразив менән эшкәртеү төрө. Х. вибрациялы, ҡоро, электрохимик һ.б. төрҙәре айырыла. Х. “йөҙөп йөрөүсе” йәки “ҡаты” хонингылау эшләпәһе (хон) ҡулланыла....

ХӨСНИЙӘРОВ Мират Хәниф улы

ХӨСНИЙӘРОВ Мират Хәниф улы (14.8.1964, Өфө), инженер-төҙөүсе. Техник ф. д-ры (2002), проф. (2007). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2004). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй (2007—12 йй. производство процестарын автоматлаштырыу ф-ты деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре сәнәғәт хәүефһеҙлеге проблемаларына...