Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒАБДРАФИҠОВ Фәнил Зәкәриә улы

ҒАБДРАФИҠОВ Фәнил Зәкәриә улы (19.11.1958, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Балыҡлы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2008). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй: 1993—94 йй. теоретик һәм техник механика каф. мөдире, 1996 й. алып “Миловка” уҡытыу‑тәж. хужалығының...

ҒАЙСИН Әхтәр Мәғәз улы

ҒАЙСИН Әхтәр Мәғәз улы (5.3.1954, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Буранғол а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) 1980 й. тиклем СССР ФА БФ‑тың Физика һәм матем. бүлегендә эшләй. 1983 й. алып БДУ‑ла эшләй, 1994 й. алып Математика...

ҒӘБДРӘХИМОВ Мәүлитйән Сәғитйән улы

ҒӘБДРӘХИМОВ Мәүлитйән Сәғитйән улы (31.12.1941, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Туймазы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976), РФ‑тың почётлы юғары һәм проф. белем биреү хеҙм‑ре...

ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы

ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы (22.12.1963, Белорет ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2022), БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). И.Ә.Ғәбитовтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй: 1996—99 йй. фәнни эштәр буйынса...

ҒӘҘЕЛШИН Рөстәм Рәшит улы

ҒӘҘЕЛШИН Рөстәм Рәшит улы (14.4. 1955, Өфө), математик. Физика-матем. ф. д-ры (1994), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Иҫәпләү үҙәге булған Математика ин‑тында эшләй (1995 й. алып төп ғилми хеҙм‑р)....

ҒӘЗИЗОВ Рафаил Ҡәүи улы

ҒӘЗИЗОВ Рафаил Ҡәүи улы (14.8. 1961, Ҡустанай ҡ.), математик. Физика- матем. ф. д-ры (1999), проф. (2005). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1983) ӨДАТУ-ла эшләй (2001 й. алып юғары етештереүсәнле иҫәпләү технологиялары һәм системалары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге дифференциаль...

ҒӘЗИЗОВ Хәтиб Шәрифйән улы

ҒӘЗИЗОВ Хәтиб Шәрифйән улы (1.5. 1949, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Берләҫ а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (2003). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге деформацияланыусы ҡаты есем механикаһы м‑н бәйле. Ғ. “рамлы” контурҙың, күп ҡатламлы конструкцияларҙың һ.б. ҡушма көплөктәре...

ҒӘЛИӘКБӘРОВ Вил Фәйзулла улы

ҒӘЛИӘКБӘРОВ Вил Фәйзулла улы (18.12.1946, БАССР-ҙың Байҡыбаш р-ны Үреш спиртзаводы ҡсб, хәҙ. БР-ҙың Ҡариҙел р-ны Ҡыҙыл Үреш а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д-ры (2002), проф. (2003). БАССР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1990—2001 йй. хисаплау...

ҒӘЛИӘСКӘРОВ Фәнәүи Муллайән улы

ҒӘЛИӘСКӘРОВ Фәнәүи Муллайән улы (22.3.1937 Силәбе өлк. Минйәр ҡсб), инженер-технолог. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2002). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1976—78 йй. һәм 1992 й....

ҒӘЛИЕВ Альберт Әбүбәкер улы

ҒӘЛИЕВ Альберт Әбүбәкер улы (19.10.1940, Өфө), физик. РФА акад. (1992), физика-матем. ф. д‑ры (1968), проф. (1980). Новосибирск ун-тын тамамлаған (1963). 1961 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең Ядро физикаһы ин‑тында (Новосибирск ҡ.) эшләй, 1968 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р. 1971 й. башлап Мәскәүҙә эшләй:...

ҒӘЛИЕВ Әнүәр Лотфрахман улы

ҒӘЛИЕВ Әнүәр Лотфрахман улы (1.6.1946, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Тауҡай‑Гәйнә а.), радиоинженер. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2005). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Ташкент элемтә электротехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м‑н); 1994 й. алып Стәрлетамаҡ...

ҒӘЛИЕВ Вил Барый улы

ҒӘЛИЕВ Вил Барый улы (1.9.1932, БАССР-ҙың Учалы районы Ахун а. — 4.3.2015, Өфө ҡ.), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың газ сәнәғәте отличнигы (1968), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР‑ҙың нефть...

ҒӘЛИМБӘКОВ Айрат Дамир улы

ҒӘЛИМБӘКОВ Айрат Дамир улы (17.10.1970, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлаған (1993). 1997 й. алып БДАУ‑ҙа эшләй. Фәнни хеҙмәттәре юғары йышлыҡлы электромагнитлы физик-химик гидродинамика өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Ғ. юғары йышлыҡлы электромагнит ҡырҙарының химик реакцияларға...

ҒӘЛИМЙӘНОВ Фауат Ғиниәт улы

ҒӘЛИМЙӘНОВ Фауат Ғиниәт улы [26.6.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Ҡубыяҙ а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) – 31.8.2000, Өфө], инженер-механик. Техник ф. канд. (1964), проф. (1989). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Артёмовск машиналар эшләү з‑дында (Свердловск өлк.) эшләй. 1967 й. алып ӨДАТУ‑ла: уҡытыусы, бер үк ваҡытта...

ҒӘЛИМХАНОВ Кенәз Ғәле улы

ҒӘЛИМХАНОВ Кенәз Ғәле улы [25.9.1909, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Мәскәү а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) – 13.10.1991, Өфө], инженер-механик. Техник ф. канд. (1951). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972). Ленинград карап төҙөү ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) К.Е.Ворошилов...

ҒӘЛИН Венер Йәғәфәр улы

ҒӘЛИН  Венер Йәғәфәр улы [2.4.1937, БАССР-ҙың Малаяҙ р‑ны Мәсетле а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], механик. Физика-матем. ф. канд. (1972), өлкән ғилми хеҙм‑р (1981). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) БДУ‑ла эшләй. 1964 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһенең иҫәпләүҙәр үҙәгендә (Новосибирск ҡ.) ғилми хеҙм‑р, бер...

ҒӘЛЛӘМОВ Әбүзәр Карам улы

ҒӘЛЛӘМОВ Әбүзәр Карам улы (20.6.1939, БАССР-ҙың Баҡалы р-ны Иҫке Ҡорос а. – 6.3.2006, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1974), проф. (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм БАССР-ҙың (1978) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй...

ҒӘНИЕВ Әлмир Әмир улы

ҒӘНИЕВ Әлмир Әмир улы (24.10.1940, БАССР-ҙың Учалы р-ны Миндәк ҡсб), инженер-металлург. Техник ф. д-ры (2001), проф. (2003). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Урал политехник ин-тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1963) 1969 й. тиклем Авиация технологиялары һәм производствоны ойоштороу ҒТИ‑ның Урал...

ҒӘНИЕВ Әхәт Сәйет улы

ҒӘНИЕВ Әхәт Сәйет улы [11.1.1927, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БР-ҙың Йәрмәкәй р-ны) – 28.3.2011, Снежинск ҡ.], физик. Техник ф. д-ры (1978), проф. (1994). Н.С.Ғәниевтең һәм М.С.Ғәниеваның ағаһы. Харьков ун‑тын тамамлағандан һуң (1950) Ядро проблемалары ин‑тында (Дубна ҡ.), 1955—2002 йй. —...

ҒӘНИЕВ Наил Сәйетгәрәй улы

ҒӘНИЕВ Наил Сәйетгәрәй улы [8.3.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 10.12.2007, Ҡазан], механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1972), проф. (1974). ТР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993). Ә.С.Ғәниевтең ҡустыһы, М.С.Ғәниеваның ағаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1950)...