Список материалов
САДОВНИЧИЙ Виктор Антонович
САДОВНИЧИЙ Виктор Антонович (3.4.1939, Украина ССР‑ы Краснопавловка а.), математик. РФА акад. (1997), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), физика‑матем. ф. д‑ры (1974), проф. (1975). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1981 й. алып функциональ анализ каф., 1982 й. — матем. анализ каф. мөдире,...
САМОЛЁТ
САМОЛЁТ, тартымды булдырыусыэнергия ҡулайламаһы һәм һауала хәрәкәт иткәндә аэродинамик күтәреү көсө барлыҡҡа килтергән хәрәкәтһеҙ ҡанаттар ярҙамында атмосферала осоу аппараты. Тәғәйенләнеше б-са граджандар [пассажирҙар, йөк ташыу, йөк ташыу-пассажирҙар, а.х. өсөн, махсус тәғәйенләнешле (янғын һүндереү,...
САҢ ҺУРҒЫС
САҢ ҺУРҒЫС, төрлө предметтарҙың өҫтөндәге бысраҡтарҙы еүешләп йәки еүешләмәйенсә һауа ағымының динамик тәьҫире м-н таҙартыу һәм саңды һауанан саң йыйғыс эсенә айырып алыу өсөн ҡоролма. Төҙөлөшө б-са иҙәнгә ҡуйыла торған (тура ағымлы, өйөрмәле), ҡулда йөрөтмәле, арҡаға элмәле, автомобилдәр өсөн һәм щётка-С.һ.,...
СӘҒӘТ БҮЛКӘТЕ
СӘҒӘТ БҮЛКӘТЕ, бөтә өлкәләрҙә бер бүлкәт сәғәте ҡабул ителгән геогр. зона. Ер йөҙө шартлы рәүештә 15° оҙонлоҡ киңлегендәге 24 һыҙатҡа (0-дән алып 23‑кә тиклем) бүленгән. Сиктәш бүлкәттәге ваҡыт 1 сәғәткә айырыла. Иҫәпләү нуленсе бүлкәттән көнсығышҡа табан алып барыла. Башланғыс бүлкәт Гринвич обсерваторияһы...
СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ
СӘНӘҒӘТ МЕЙЕСЕ, эсендә бирелгән йылылыҡ режимын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, сикләнгән арауыҡ рәүешендәге йылытыу камераһы булған ҡоролма. Йылылыҡ энергияһы сығанағы б‑са — яғыулыҡ (башлыса газ йәки шыйыҡ яғыулыҡ файҙаланыла) һәм электр (электр энергияһы ҡаршылыҡлы, индукциялы, дуғалы һәм электрон‑нурлы...
СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ
СИНОПТИК МЕТЕОРОЛОГИЯ, метеорологияның макромасштаблы атмосфера процестары үҫешен һәм уларҙың үҙгәреү законлыҡтарын һауа торошон прогнозлау ысулдарын уйлап сығарыу өсөн өйрәнеүсе бүлеге. С.м. һауа массалары һәм атмосфера фронттары м‑н тығыҙ бәйләнештә булған циклондарҙың һәм антициклондарҙың барлыҡҡа...
СКВАЖИНАЛАР ТЕРМОМЕТРИЯҺЫ
СКВАЖИНАЛАР ТЕРМОМЕТРИЯҺЫ, төрлө ҡоролмалар ҡулланып скважина көпшәһе эсендәге т‑раны үлсәү; скважиналарҙы геофизик тикшереү ысулы. Т‑раның тәбиғи (геотермик) бүленеүен һәм скважиналарҙы быраулау, цементажлау, перфорациялау, эксплуатациялау м‑н бәйләнгән йылылыҡ аномалияларын өйрәнергә мөмкинлек бирә....
СМОРОДОВ Евгений Анатольевич
СМОРОДОВ Евгений Анатольевич (3.8.1954, Калинин өлк. Гнездово а. — 31.8.2009, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (2004). Ленинград политехник ин‑тын тамамлаған (1979). 1981—89 йй. — Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында, 1990—97 йй. С.‑Петербург пр‑тиеларында...
СПЕКТРАЛЬ ПРИБОРҘАР
СПЕКТРАЛЬ ПРИБОРҘАР, электромагнит нурланыштарҙың матдә м‑н тәьҫирләшеүен теркәргә мөмкинлек биргән ҡоролмалар. Тикшереү ысулдары б‑са — беренсел (өлгө м‑н йотолған һәм сәселгән) һәм икенсел (өлгө таратҡан) нурланышты; йышлыҡ диапазоны б‑са квадруполь ядро (105—108 Гц), ядро‑магнит (107— 109 Гц) һәм...
СПЕКТРАЛЬ СИНТЕЗ
СПЕКТРАЛЬ СИНТЕЗ, функцияны спектры б‑са тергеҙеүҙе өйрәнгән математика бүлеге. С.с. мәсьәләләре бер төрлө төрөлөү тигеҙләмәләрен тикшергәндә барлыҡҡа килә һәм сиселеше квазиэкспоненциаль аппроксимацияға ҡайтып ҡала. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып БДУ‑ла һәм Матем. ин‑тында комплекслы һәм ысын...
СПЕКТРОСКОПИЯ
СПЕКТРОСКОПИЯ (лат. spectrum — күрһәтеү, образ һәм гр. skopéō — ҡарайым), электромагнит спектрҙарҙы (электромагнит нурланыш интенсивлығының тулҡын оҙонлоғо һәм йышлыҡ б‑са бүленеүе) өйрәнеүгә арналған физика бүлеге. Тикшеренеүҙәр спектраль приборҙар ярҙамында башҡарыла. С. ысулдары тикшерелгән объекттарҙың...
СПУТНИК МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ
СПУТНИК МЕТЕОРОЛОГИЯҺЫ, атмосфералағы процестарҙы Ерҙең махсус йыһазландырылған һәм билдәле орбиталарға сығарылған яһалма (метеорологик) спутниктары ярҙамында тикшереү ысулдарын эшләгән метеорология бүлеге. С.м. төп бурыстары: атмосфераның Ер өҫтөндәге һәм тропосфералағы хәле т‑дағы мәғлүмәттәрҙе алыу,...
СПУТНИК ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ
СПУТНИК ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ, телевидение сигналын (программаларын) үҙәктән файҙаланыусыға Ерҙең экваториаль геостационар орбитала урынлаштырылған яһалма спутнигы аша тапшырыу системаһы; уның Ер әйләнеше м‑н синхрон рәүештә күсеүе программаларҙы ҡабул итеүҙең өҙлөкһөҙ булыуын тәьмин итә. С.т. алыҫта урынлашҡан,...
СПУТНИК ЭЛЕМТӘҺЕ
СПУТНИК ЭЛЕМТӘҺЕ, ретрансляторҙар сифатында Ерҙең яһалма спутниктарын файҙаланыуға нигеҙләнгән радиоэлемтә төрө. Радиорелелы элемтәне үҫтереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Спутник ретрансляторҙары экваториаль (ш. иҫ. геостационар), ауыш йәки поляр орбиталарҙа урынлаштырыла. С.э. төрҙәре: спутник телевидениеһы,...
СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ
СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ, продукцияны етештереү һәм уның әйләнеше сфераларында тәртип булдырыу өсөн ҡағиҙәләрҙе һәм характеристикаларҙы ирекле рәүештә уларҙы күп тапҡыр файҙаланыу маҡсатында билдәләүгә һәм продукцияның, эш һәм хеҙмәттәрҙең конкурентлығын арттырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек. СССР‑ҙа дәүләт С....
СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ
СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ, таралған номенклатуралағы бер йәки бер нисә әҙерләмәне эшкәртеү өсөн берләштерелгән идара итеү системаһы булған станоктар һәм ярҙамсы ҡорамалдар йыйылмаһы. Автоматик һәм автоматлаштырылған С.с. айырыла. Станок, робот (манипулятор), транспортёр, инструмент магазиндары, контроль‑үлсәү...
СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫН ДИАГНОСТИКАЛАУ
СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫН ДИАГНОСТИКАЛАУ, мәғлүмәт сикле булған шарттарҙа ҡорамалдарҙы файҙаланыу хәүефһеҙлеге кимәлен, ремонтлау сифатын күтәреү, буш тороу ваҡытын ҡыҫҡартыу, технологик процесты оптималләштереү өсөн станоктар системаларының торошон билдәләү. С.с.д. өҙлөкһөҙ йәки периодик рәүештә бер нисә...
СУБГАРМОНИК ФУНКЦИЯ
СУБГАРМОНИК ФУНКЦИЯ, п‑үлсәмле ысын арауыҡ өлкәһенең (п>1) теләһә ниндәй нөктәһендәге ҡиммәте өлкә эсендә ятҡан һәм үҙәге бирелгән нөктәлә булған һәр бер шар б‑са (п=2 булғанда түңәрәк б‑са) уртаса ҡиммәтенән артмаған, был өлкәлә локаль суммалаштырылыусы һәм өҫкө яҡтан ярым өҙлөкһөҙ функция. С.ф. төп...
СУДНО
СУДНО, транспорт, промысла һәм хәрби маҡсаттар, ғилми тикшеренеүҙәр һ.б. өсөн тәғәйенләнгән йөҙөү ҡоролмаһы. Диңгеҙҙә йөрөй торған, эске (йылғаларҙа, һыуһаҡлағыстарҙа, ҙур күлдәрҙә, диңгеҙ ҡултыҡтарында) һәм ҡатнаш йөҙөү С.; үҙйөрөшлө (газотурбоходтар, пароходтар, теплоходтар, электроходтар) һәм үҙе...
СУЙЫН
СУЙЫН, тотороҡло ҡушылмалар (марганец, кремний, көкөрт, фосфор һ.б.), ҡайһы берҙә легирлау элементтары (никель, хром, баҡыр, алюмин, титан һ.б.) булған тимерҙең углерод м‑н (2,14—6,67%) иретмәһе. Ҡорос С. (4%‑тан артыҡ углерод инә, ҡоросҡа эшкәртелә) һәм ҡойоу С. (2,4— 3,8%‑тан артыҡ углерод, суйын...