Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҮҘБУШАТҠЫС

ҮҘБУШАТҠЫС, ауҙарылмалы йөк платформаһы булған махсуслаштырылған транспорт сараһы (ҡара: Йөк автомобиле). Үҙбушатҡыс тағылмаһы булған автомобиль поезы составында эшләй ала. Ҡорос платформалары һәм йөктө 3 яҡҡа (артҡа, бер яҡҡа йәки бер яҡҡа һәм артҡа) бушатыуҙы тәьмин иткән телескоп тибындағы күтәргестәре...

ҮҘЙӨРӨШЛӨ АРТИЛЛЕРИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ

ҮҘЙӨРӨШЛӨ АРТИЛЛЕРИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, үҙйөрөшлө шассиға урынлаштырылған артиллерия орудиеһы (пушка, гаубица, атҡандан һуң артҡа типмәгән орудие, миномёт). Хәрәкәт итеү тиҙлеге 80 км/сәғ. тиклем, экипажы 4—7 кеше. Танкыларҙан айырмалы рәүештә Ү.а.ҡ. алыҫыраҡ ата (8— 50 км), боролмай торған башнялы, өлөшләтә...

ҮЛСӘҮ

ҮЛСӘҮ, есемдәргә тәьҫир иткән ауырлыҡ көсө б‑са уларҙың ауырлығын билдәләү приборы. Тәғәйенләнеше б‑са — өлгөлө, лаборатор (аналитик, микроаналитик, һынауҙар өсөн һ.б.), дөйөм тәғәйенләнештәге; тигеҙләштергән ҡоролмаһының тибы б‑са — механик (конструкцияһы ябай, файҙаланыуҙа ышаныслы, оҙаҡҡа етә), электрон...

ҮЛСӘҮ ПРИБОРЫ

ҮЛСӘҮ ПРИБОРЫ, үлсәнелгән физик дәүмәл т‑да күҙәтеүсе тарафынан туранан-тура үҙләштерә алған формалағы һанса мәғлүмәт ингән сигнал булдырыу өсөн тәғәйенләнгән үлсәү сараһы. Тәғәйенләнеше б‑са амперметрҙар, вольтметрҙар, гигрометрҙар, манометрҙар, сығым үлсәгестәр, спидометрҙар, термометрҙар, кимәл үлсәгестәр...

ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ

ҮТӘ ҺЫҒЫЛМАЛЫЛЫҠ, поликристаллик ҡаты есемдәрҙең һуҙыу ваҡытында ғәҙәттән тыш пластик деформацияланыу һәләте. Был ваҡытта өлгөләр бер нисә мең процентҡа тиклем һуҙыла, ғәҙәти пластик деформация ваҡытында поликристаллик материалдар бер нисә тиҫтә процентҡа тиклем генә оҙоная. Структур һәм фаза үҙгәреү...

ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА

ҮТӘ ЮҒАРЫ ЙЫШЛЫҠЛЫ ТЕХНИКА, фән һәм техниканың үтә юғары йышлыҡ (300 МГц — 3000 ГГц) диапазонындағы электромагнит тирбәлеүҙәрҙе һәм тулҡындарҙы өйрәнеү, файҙаланыу м‑н бәйле өлкәһе. Ү.ю.й.т. ҡоролмаларының үҙенсәлектәре: эш тулҡындарының оҙонлоғо — ҡоролмаларҙың һыҙыҡлы үлсәмдәре, тирбәлеү периоды —...

ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ

ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ, үткәргес торбаның стандарт элементтары, төп ҡорамалдар составына инмәгән, ләкин ташыла торған мөхит (газ хәлендәге, газ-шыйыҡса, шыйыҡ һ.б.) м‑н идара итеү өсөн кәрәк булған ярҙамсы ҡоролмалар. Тәғәйенләнеше б‑са Ү.т.а. бикләй торған (затворҙар), көйләй торған (дросселдәр),...

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР, газ хәлендәге, шыйыҡ һәм бөртөклө матдәләрҙе һыу йәки һауа м‑н ҡатнаштырып торбаның арҡыры киҫелешендәге баҫымдарҙың айырмаһы тәьҫирендә ташыу өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары; бер‑береһенә механик йәки иретеп йәбештереү юлы м‑н тоташтырылған торбаларҙан ҡорола. Ташыла торған...

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРҘЫ ИЗОЛЯЦИЯЛАУ

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРҘЫ ИЗОЛЯЦИЯЛАУ, коррозиянан һаҡлау өсөн металл үткәргес торбаларҙы ҡаплауҙар м‑н көпләү. Үткәргес торбаның тәғәйенләнешенә бәйле гидроизоляция (тупраҡ, һыу, атмосфера коррозияһынан һаҡлау) һәм йылылыҡтан изоляциялау (торбаның өҫкө йөҙө м‑н тирә‑яҡ мөхит араһында йылылыҡ алмашыуҙы кәметеү)...