Список материалов
ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР
ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың эретмә файҙаланып таштан һалынған төҙөлөш конструкциялары (биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, фундаменттар, терәк стеналар, колонналар, тоташтырғыстар һ.б.). Бинаның (ҡоролманың) төҙөлөш схемаһына бәйле терәк (үҙенең, ҡаплауҙарҙың, түшәмдәрҙең ауырлығын,...
ТӘҮЛЕК
ТӘҮЛЕК, уртаса ҡояш тәүлеге 24 сәғ. тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге; календарҙың төп берәмеге. Ерҙең үҙ күсәре тирәләй Ҡояшҡа ҡарата әйләнешенең уртаса ваҡыт оҙонлоғо итеп билдәләнә. Т. башы тип төн уртаһы иҫәпләнә. Экваторҙа көндөң һәм төндөң оҙонлоғо йыл әйләнәһенә 12 сәғ. тәшкил итә, башҡа киңлектәрҙә...
ТЕЛЕВИДЕНИЕ
ТЕЛЕВИДЕНИЕ (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм видение — күреү), радиоэлектроника сараларын ҡулланып күреү мәғлүмәтен (хәрәкәт иткән һүрәттәрҙе) ҙур араға тапшырыу м‑н бәйле булған фән һәм техника өлкәһе; элемтәнең фәнни, ойоштороу, техник һ.б. маҡсаттарҙа файҙаланылған төп сараларының береһе. Һүрәттәрҙе...
ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ
ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ, документаль хәбәрҙәрҙе (телеграммаларҙы) телеграф аппараттары ярҙамында элемтә сымдары йәки радиоканалдары аша юғары тиҙлектә ебәреү һәм ҡабул итеү; электр элемтәһенең бер төрө. Ебәрелгән мәғлүмәттең тәғәйенләнеше һәм үҙенсәлеге б‑са дөйөм ҡулланыуҙағы Т.э. (телеграммалар ебәреү,...
ТЕЛЕМЕХАНИКА
ТЕЛЕМЕХАНИКА (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм механика), фән һәм техниканың алыҫтан идара итеү һәм контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт (сигнал) тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм техник сараларын уйлап сығарған өлкәһе. Телемеханик сигналдарҙың формалашыуын һәм үҙгәрешен өйрәнә, уларҙы сикләнгән йышлыҡтар...
ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ
ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ, тауыш мәғлүмәтен тапшырыу һәм ҡабул итеү өсөн ҡоролма. Коммутация‑саҡырыу (башҡа Т.а. ингән саҡырыуҙы ҡабул итеү, тоташтырыу һәм өҙөү) һәм һөйләшеү (телмәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу) өлөштәренән тора. Микрофонға ток биреү ысулы б‑са үҙәк һәм урындағы батареялы; һөйләшеү схемаларын...
ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ
ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ, тауыш мәғлүмәтен электр сигналдары ярҙамында сым буйлап йәки радиосигналдар м‑н алыҫ араға тапшырыу; электр элемтәһенең бер төрө. Халыҡ‑ара, ҡала‑ара, урындағы, ведомство эсендәге, производство эсендәге, хәрәкәт иткән объекттары булған Т.э., конференц‑элемтә (3 йәки күберәк абонент...
ТЕРМОДИНАМИКА
ТЕРМОДИНАМИКА (термо... һәм гр. dýnamis — көс), физиканың йылылыҡ эффекттары м‑н оҙатылған процестарҙа энергияның әүерелеүе законлыҡтарын, ш. уҡ термодинамик тигеҙләнеш хәлендәге макроскопик системаларҙың (есемдәрҙең) дөйөм үҙсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге; йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙе. Тикшеренеү...
ТЕРМОМЕТР
ТЕРМОМЕТР (термо... һәм гр. metron — үлсәм), т‑раны үлсәү приборы, уның эшләүе матдәнең физик үҙсәнлектәре (баҫым, күләм, электр ҡаршылығы һ.б.) т‑раға бәйле булыуына нигеҙләнә. Тәғәйенләнеше б‑са — көнкүреш, техник һәм махсус; эшләп торған матдәһенең үҙсәнлеге б‑са киңәйеү (шыйыҡлыҡтың күләме һәм ҡаты...
ТЕХНИК БЕЛЕМ БИРЕҮ
ТЕХНИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, ауыл хужалығы һәм урман хужалығы өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы; проф. юғары белем, урта профессиональ белем, башланғыс профессиональ белем, өҫтәлмә һәм вуздан һуң проф. белем биреүҙе...
ТЕХНИК ДИАГНОСТИКА
ТЕХНИК ДИАГНОСТИКА, объекттың техник торошон билдәләү. Объект торошон тикшереү һәм прогнозлауҙы, төҙөк булмаған урындарҙы һәм боҙолоу сәбәбен асыҡлауҙы үҙ эсенә ала. Т.д. мәғлүмәттәре объектты (ҡаҙандар, магистраль газ торбалары, нефть продукттарын үткәргестәр, нефть үткәргестәр, пар үткәргестәр, резервуарҙар,...
ТЕХНИКА
ТЕХНИКА (гр. téchnē — сәнғәт, һөнәр, оҫталыҡ), кеше эшмәкәрлегенең етештереү процестарын тормошҡа ашырыу һәм йәмғиәттең етештереүгә ҡағылмаған талаптарын хеҙмәтләндереү өсөн эшләнгән саралар йыйылмаһы. Эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрендә файҙаланыла (энергияны эшләп сығарыу, тапшырыу һәм үҙгәртеү; материалдарҙы...
ТЕХНОГЕН ҺӘЛӘКӘТТӘР
ТЕХНОГЕН ҺӘЛӘКӘТТӘР, технологик процестың боҙолоуы йәки ҡулланған ваҡытта машиналарҙың, механизмдарҙың һәм техник ҡоролмаларҙың көтөлмәгәндә эштән сығыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән ғәҙәттән тыш хәлдәр. Индустриаль (химик һәм радиацион ағыуланыуҙар, шартлауҙар, емерелеүҙәр һ.б.), транспорт (һауа, диңгеҙ,...
ТЕХНОЛОГИК ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР
ТЕХНОЛОГИК ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР, етештереү процестарында һәм сәнәғәт ҡорамалдарын эксплуатациялаған ваҡытта файҙаланыла торған үткәргес торбалар. Күсерелә торған матдәнең төрө б‑са һыу, газ, май, пар, нефть үткәргестәр, нефть продукттарын үткәргестәр һ.б.; торбаларҙың материалы б‑са — ҡорос, быяла, пластмасса...
ТИМЕРҒАҘЫҠ ЙОНДОҘО
ТИМЕРҒАҘЫҠ ЙОНДОҘО, Кесе Етегәндең α‑һы, үҙгәреүсе йондоҙ (һары‑аҡ ифрат гигант). Яҡтылығы 4 тәүлек тирәһе период м‑н үҙгәргән өс йондоҙҙан торған система. Уртаса визуаль йондоҙ дәүмәле 2m,04. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 100 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 430 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ...
ТИПОГРАФИЯ
ТИПОГРАФИЯ (гр. týpos — эҙ һәм ...графия), полиграфия сәнәғәтенең баҫма продукция сығара торған пр‑тиеһы. Т. формалар баҫыу (баҫма текст һәм иллюстрация формалары әҙерләү), баҫма (баҫма формаларҙан күп тапҡыр баҫылмалар эшләү) һәм биҙәү (брошюралау, төпләү, ламинирлау, ситен ҡырҡыу, рельефлы итеп баҫыу...
ТИРӘ-ЯҠ МӨХИТТЕҢ ФИЗИК БЫСРАНЫУЫ
ТИРӘ‑ЯҠ МӨХИТТЕҢ ФИЗИК БЫСРАНЫУЫ, антропоген эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә насар физик факторҙар сығанағының тирә‑яҡ мөхиткә йоғонтоһо; тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы төрҙәренең береһе. Вибрация һәм тауыштан (механик транспорт саралары, технологик ҡорамалдар, төҙөлөш һәм ремонт эштәре), электромагниттан (мәҫ.,...
ТИТАН ИРЕТМӘЛӘРЕ
ТИТАН ИРЕТМӘЛӘРЕ, алюмин, ванадий, молибден һәм башҡа ҡатыштырылған элементтар өҫтәлгән титан нигеҙендәге иретмәләр. Кристаллик рәшәткәһенең тибы б‑са Т.и. α‑, β‑ һәм (α+β) модификациялары һәм интерметаллидтар нигеҙендәге иретмәләр; тәғәйенләнеше б‑са эҫегә сыҙамлы, иретеп йәбештерелә торған һәм ҡыҙҙырғанда...
ТОПОЛОГИЯ
ТОПОЛОГИЯ (гр. tоpos — урын һәм ...логия), гомеоморфизмдар (үҙ‑ара бер мәғәнәле һәм үҙ‑ара өҙлөкһөҙ сағылыштар) ваҡытында һаҡланып ҡалған фигуралар үҙенсәлектәрен һәм уларҙың үҙ‑ара урынлашыуын өйрәнеүсе математика бүлеге. Т. төп бурысы — топологик инварианттарҙы (бәйләнешлелек, компактлыҡ, үлсәмлек...
ТОТОРОҠЛОЛОҠ ТЕОРИЯҺЫ
ТОТОРОҠЛОЛОҠ ТЕОРИЯҺЫ, система хәрәкәтенең йәки тигеҙләнешенең тотороҡлолоғо шарттарын өйрәнеү м‑н бәйле төшөнсәләр һәм ысулдар йыйылмаһы. Тотороҡлолоҡ — динамик системаларҙың болартыу йоғонтоларын компенсациялау һәләтлеге. Математикала дифференциаль тигеҙләмәнең сығарылышы (йәки динамик системаның...