Список материалов
РАДИО
РАДИО, 1) мәғлүмәтте радио тулҡындары ярҙамында тапшырыу алымы; 2) ошо алым һәм уны ғәмәлдә ҡулланыуҙың нигеҙендә ятҡан физик күренештәрҙе өйрәнгән фән һәм техника өлкәһе (ҡара: Радиотехника, Радиофизика); 3) радио тапшырыу. Сымлы һәм сымһыҙ Р. айырыла. Мәғлүмәт__тапшырыусыларҙың радиотапшырғыстары,...
РАДИОАКТИВЛЫҠ
РАДИОАКТИВЛЫҠ, тотороҡһоҙ (радиоактив) атом ядроларының үҙенән‑үҙе радиоактив нурланыш һәм элементар өлөшсә йәки ядролар сығарып икенсе ядроларға әүерелеү һәләте. Р. тәбиғи һәм яһалма (ш. иҫ. техноген) булғандарға бүленә. α‑, β‑тарҡалышы, γ‑нурланышы, нейтрон һәм β‑нурланышы, ауыр ядроларҙың үҙенән‑үҙе...
РАДИОАЛҒЫС
РАДИОАЛҒЫС, радиосигналды (артабан — сигналды) ҡабул итеү, көсәйтеү һәм ундағы мәғлүмәтте файҙаланыуы уңайлы булған төргә әйләндереү өсөн ҡоролма. Юғары йышлыҡ трактынан (бирелгән йышлыҡтағы сигналды айыра һәм көсәйтә), детекторҙан (түбән йышлыҡтағы сигналды формалаштыра), түбән йышлыҡ көсәйткесенән,...
РАДИОЗОНДЛАУ
РАДИОЗОНДЛАУ, Ер йөҙөнән көплөк (шар) шартлай торған бейеклеккә тиклем (28—30 км) төп метеорологик дәүмәлдәрҙең (атмосфера баҫымы, т‑ра, һауаның дымлылығы, елдең тиҙлеге һәм йүнәлеше) вертикаль профилдәрен билдәләү өсөн аэрологик үлсәүҙәр үткәреүҙең бер ысулы. Р. аэрологик прибор (радиозонд) һәм ер...
РАДИОРЕЛЕЛЫ ЭЛЕМТӘ
РАДИОРЕЛЕЛЫ ЭЛЕМТӘ, ҡабул итеү‑тапшырыу (ретрансляциялау) радиостанциялары сынйыры аша сигналдарҙы деци‑ һәм сантиметр оҙонлоҡтағы тулҡындар (уларҙа күп һандағы радиотапшырғыстар түбән кимәлдәге ҡамасауҙар м‑н эшләй ала) ярҙамында тапшыра торған радиоэлемтә. Антеннаһы 30—120 м бейеклектәге мачтаға йәки...
РАДИОСТАЦИЯ
РАДИОСТАНЦИЯ, мәғлүмәтте радиотулҡындар ярҙамында тапшырыу һәм (йәки) уны ҡабул итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Радиохеҙмәттең төрө б‑са билдәләнгән (билдәле пункттар араһында) һәм күсмә элемтә хеҙмәттәре (күсмә һәм хәрәкәтһеҙ йәки бер нисә күсмә объекттар араһында), радиотапшырыу (ҡара: Радио), радионавигация...
РАДИОТЕХНИКА
РАДИОТЕХНИКА, фән һәм техниканың төрлө техника тармаҡтарында мәғлүмәтте тапшырыу, һаҡлау һәм үҙгәртеү өсөн файҙаланылған электромагнит тулҡындарын һәм радио диапазоны тулҡындарын генерациялау, көсәйтеү, таратыу, тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм принциптарын өйрәнгән өлкәһе; радиофизика һәм радиоэлектрониканы...
РАДИОФИЗИКА
РАДИОФИЗИКА, физиканың радиотехник системалар эшләүенең физик нигеҙҙәрен өйрәнгән бүлеге. Р. тикшеренеү өлкәләре: электр сигналдарын генерациялау һәм үҙгәртеү; электромагнит тулҡындарҙың сәселеү, ҡабул итеү, таралыуын һәм характеристикаларын үлсәү; радиотехник системаларҙағы, электронлы приборҙарҙағы...
РАДИОЭЛЕКТРОНИКА
РАДИОЭЛЕКТРОНИКА, радиотехник системаларҙың төп элементтары булған төрлө электрон приборҙарҙың төҙөлөшөн, эшләү һәм ҡулланылыу принциптарын өйрәнә. Төп бүлектәре: электровакуум техникаһы, ярымүткәргестәр электроникаһы, оптоэлектроника, микроэлектроника һ.б. Башҡортостанда Р. 20 б. 60‑сы йй. үҫеш ала....
РАДИОЭЛЕМТӘ
РАДИОЭЛЕМТӘ, радиотулҡындар (30 кГц—300 ГГц) ярҙамында булдырылған электр элемтәһе. Радиосигналдар (йөрөткән йышлыҡтың амплитудаһы, йышлығы йәки фазаһы б‑са бирелгән мәғлүмәткә ярашлы итеп модуляцияланған электромагнит тирбәлеүҙәре) тапшырыу антеннаһы тарафынан тирә‑яҡ мөхиткә таратыла, ҡабул итеү антеннаһына...
РАМАҘАНОВ Камил Нурулла улы
РАМАҘАНОВ Камил Нурулла улы (18.5.1981, Чарджоу ҡ.), инженер‑технолог. Техник фәндәр докторы (2016). ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (2004) шунда уҡ эшләй: уҡытыусы; 2017 й. алып Авиация технологиялары һәм материалдары институты директоры; 2020 й. башлап инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор, 2021 й. —...
РӘТ
РӘТ, сикһеҙ сумма. Һан һәм функциональ Р. (ш. иҫ. дәрәжә Р.) айыралар. Функцияларҙы, интегралдарҙы яҡынса иҫәпләгәндә, алгебраик, дифференциаль, интеграль тигеҙләмәләрҙе сискәндә һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башынан Матем. ин‑тында, БДУ‑ла, ӨДАТУ‑ла һ.б. экспоненталар Р. (Дирихле...
РЕЗЕРВУАР
РЕЗЕРВУАР (лат. reservo — һаҡлайым), нефть, нефть продукттарын һәм шыйыҡландырылған газды, һыуҙы, химик продукттарҙы һ.б. ҡабул итеү, һаҡлау, техник эшкәртеү һәм ебәреү өсөн һыйышлыҡ. Конструкцияһы б‑са вертикаль һәм горизонталь; тура мөйөшлө, шар һымаҡ һ.б.; материалы б‑са — ҡорос, тимер‑бетон һ.б.;...
РЕКРИСТАЛЛИЗАЦИЯ
РЕКРИСТАЛЛИЗАЦИЯ, ҡыҙҙырғанда (мәҫ., яндырғанда) деформацияланған материалдарҙың (а һүрәте) микроструктураһы үҙгәреүе процесы (был ваҡытта яңы бөртөктәр барлыҡҡа килә, уларҙың ҙурайыуы күҙәтелә); системаның ирекле энергияһының кәмеүенә килтерә. Деформация__барышында дислокацияларҙың тығыҙлығы 108 алып...
РЕНОВАЦИЯ
РЕНОВАЦИЯ т е х н и к а л а, матди производство сараларының һәм объекттарының эшләү ресурсын арттырыуға, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә, конверсияға (машина һәм агрегаттарҙы яңы тәғәйенләнештә файҙаланыу), ш. уҡ экологик яҡтан таҙа утилләштереүгә йүнәлтелгән технологик, конструкторлыҡ һәм ойоштороу саралары...
РЕНТГЕН СТРУКТУРАЛЫ АНАЛИЗ
РЕНТГЕН СТРУКТУРАЛЫ АНАЛИЗ, рентген нурҙары (тулҡын оҙонлоғо 10‑4—102 Å булған электр-магнит нурланышы) дифракцияһы күренешенә нигеҙләнгән матдә тикшереү ысулы. Нурланыштың матдә м‑н тәьҫир итеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дифракция һүрәтендә рентген нурҙары сәселгән объекттың структур үҙенсәлектәренә...
РЕТРАНСЛЯТОР
РЕТРАНСЛЯТОР (лат. re — яңынан, ҡаршы, кире һәм translator — күсереүсе), радиоэлемтә (радиорелелы элемтә, йыһан элемтәһе һ.б.) линияһының элемтә алыҫлығын арттырыр өсөн линия пункттары араһында файҙаланылған радиотехник ҡоролма, электр үткәргән яһалма мөхит йәки күк есеме. Ҡабул итеү‑тапшырыу радиостанцияһынан...
РОБОТЛАШТЫРЫУ
РОБОТЛАШТЫРЫУ, производствоны кешеһеҙ участкалар, цехтар, заводтар төҙөү мөмкинлеген биргән сәнәғәт роботтарын файҙаланыуға нигеҙләнеп комплекслы автоматлаштырыу. Р. технологиялары персонал булмауын иҫәпкә алған яһалма интеллект методикаларын ҡулланып эшләнелә. Сәнәғәт роботтары ярҙамсы (тейәү, бушатыу,...